Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Ғинуар 2023, 20:00

Хайуанҡай бәләгә тарыған

Ҡайһы берәүҙәр хайуанҡайҙың бәләгә тарыуында урман ҡырҡыусыларҙы ла ғәйепләй

Хайуанҡай бәләгә тарыған
Хайуанҡай бәләгә тарыған

Кеше генә түгел, хайуандар ҙа бәләгә даими тарып тора. Артур Иҙелбаевтың “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә видеояҙма ошо хаҡта. Меҫкен мышының боттары өйөлөп ятҡан ағас аҫтында ҡалған. Тау битенән тайып барып төшкәнме, әллә яңы йығылған ағастың тышын кимереп йөрөгәнме – уныһы билдәһеҙ. Ҡайһы берәүҙәр хайуанҡайҙың бәләгә тарыуында урман ҡырҡыусыларҙы ла ғәйепләй.

 Ярай әле изге яҡшы күңелле урман ҡырҡыусыларға тарыған. Улар мышыны ҡотҡарған. Ошо маҡсатта хатта махсус техниканы ла ҡулланырға тура килгән. Мышы йәрәхәтләнмәгән, сығарыу менән йүгереп китә. Шулай булһа ла был ҡотҡарыу тураһындағы видеояҙманы тыныс ҡарау мөмкин түгел.

Һеҙҙең ошондай ваҡиға шаһиты булғанығыҙ бармы?

Видеояҙма менән "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә таныша алаһығыҙ.

Фото: vk.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: