Хәл ҡайҙа булғаны беҙгә ҡараңғы, әммә был кешенең башҡарған ғәмәлдәре маҡтауға лайыҡ.
Бер нисә болан туңған йылға аша сығырға маташа, тик боҙҙа тояҡтары тайып, атлай алмайҙар. Был хәлде күргән ир уларҙы бәйләп, боҙҙан һөйрәп, икенсе ярға сығарған.
Видеояҙма интернетҡа ҡуйылғас, уға ошо изге эше өсөн күптәр рәхмәт белдергән. Ҡайһы берәүҙәр уның хайуанҡайҙар һығылмаһын өсөн арҡанды дөрөҫ көрмәүенә лә иғтибар иткән.
Был хаҡтағы видеояҙма менән “Башҡортостан” гәзитенең социаль төркөмөндәге сәхифәһенән таныша алаһығыҙ.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: “vk.com” төркөмөндәге “СВЕЖИЕ НОВОСТИ” сәхифәһенән.