Һуңғы осорҙа Урал аръяғы райондарында йәшәүселәр ҡояш байыған мәлде ҡыҙыҡһынып күҙәтә: ҡыҙыл, бөҙрәләнгән болоттар ҡурҡыныс фильмдарҙан алынған күренеште хәтерләтә. Был хәлгә имеш-мимештәр өҫтәп, ҡуйыртып һөйләүселәр ҙә күбәйҙе.
Тәбиғи хәлгә аныҡлыҡ индерер өсөн ғалимдарға мөрәжәғәт иттек. Баҡһаң, был болоттар лентикуляр болот тип атала икән. Улар, ғәҙәттә, таулы ерҙәрҙә, вулкандар осонда барлыҡҡа килә. Ике-алты километр бейеклектә урынлаша. Болоттоң ҡалынлығы 200 – 700 метр була ала. Улар ҡатлауланып, биш-алты ҡатламды берләштерергә мөмкин һәм бер нисә метрҙан бер нисә километрға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Был болоттар тау өҫтөндә сәғәттәр буйы ҡуҙғалмай тора ала.
Гәзитебеҙҙең күптәнге эксперты, география фәндәре кандидаты, доцент Инбер Яппаров шулай уҡ был болоттарҙы күҙәтеп, үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты:
- Бындай болоттар тураһында тәүгә ишеттем. Урал аръяғы Башҡортостандың иң тыныс, елһеҙ урыны. Һыуыҡ һауа массаһы елһеҙ ваҡытта ауырая һәм тәбиғәт ошондай мөғжизәле әйберҙәр тыуҙыра. Миңә ҡалһа, бындай болоттар тропосферала тыуа, уның үҙенең ҡатламдары бар. Араларында ни бары 200-500 метр. Улар әле ғалимдар тарафынан өйрәнеп бөтөлмәгән. Шул ҡатламдар араһында тығыҙлыҡ барлыҡҡа килһә, көҙгө эффекты тыуа. Тап шул мәлдә мираждарҙы күҙәтәбеҙ. Был болоттар ҙа тропосфера ҡатламдарының үҙгәрешенә бәйлелер.
Ә һеҙ ҡояш байығанда ниндәй ҡыҙыҡ болоттар төшөрөп алдығыҙ?
Фотолар Анатолий Ермоленконан һәм "Бәйләнештә" селтәренән алынды.