Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы ҡырағай хайуандарҙы ашатыу өсөн 35,6 тонна минераль тоҙ һәм 98,6 тонна мал аҙығы һатып алған. Ҡырағай хайуандар өсөн «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Ирәмәл», «Еҙем», «Мораҙым тарлауығы» һәм 17 зоологик ҡурсаулыҡта махсус ашханалар булдырылған.
Ҡышын, бигерәк тә ҡар күп булғанда, һыуыҡтар торғанда ҡырағай хайуадарға аҙыҡ табыуы ҡыйын. Дирекция хайуандарға ярҙамға килергә әҙер, йыл һайын биотехнологик саралар комплексын тормошҡа ашыра. Инспекторҙар әлеге мәлгә 27 тоннанан ашыу минераль тоҙ һәм 11,5 тонна мал аҙығы һалған да инде. Тәбиғәт биләмәләрендә барлығы тояҡлылар өсөн 194 берәмек һәм ҡуяндар өсөн 217 берәмек “ашхана” булдырылған, тоҙҙо 231 урынға ҡуйғандар.
Бынан тыш, йәйге осорҙа хеҙмәткәрҙәр 16 тонна бесән һәм өс мең тоҙланған миндек әҙерләгән, 8,6 тонна еләк һәм емеш йыйған.
Әлеге мәлдә һунар итеү осоро барғанға, күпселек ҡырағай хайуандар ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт парктары биләмәләрендә туплаған. Шуға уларға мул аҙыҡ әҙерләү хайуандарҙы һаҡлау, уларҙың һанын арттырыу, тәбиғәт биләмәләренә йәлеп итеү һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим.
Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре инспекторҙары хайуандарҙы һаҡлау өсөн бар көсөн һала. Экологик ҡануниәтте боҙоуҙы булдырмау маҡсатында йыл дауамында яҡынса өс меңдән ашыу рейд үткәрәләр.
Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.