Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Ғинуар 2023, 08:00

Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...

Ҡырағай хайуандарҙы йәлләп, ашатырға ярамай.

Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре ҡырағай хайуандарҙың ҡышҡы маршрутын теркәй башланы. Егерҙар һәм һунарсылыҡ буйынса дәүләт күҙәтеүе инспекторҙары өсөн хайуандарҙың эҙҙәрен һанарға һәм ҡоштарҙы теркәргә тейешле маршруттарҙың оҙонлоғо иҫәпләнгән.

2023 йылдың 15 ғинуарынан 15 мартына тиклем һунарсылыҡ ресурстары, шулай уҡ республика әһәмиәтендәге махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә һунар ресурстары һанын иҫәпкә алыу үткәрелә.

— Бөтәһе белгестәр 25 мең километрҙан ашыу юл үтеп, шуларҙың 11 меңе - урман аша һәм 14 мең километрҙан ашыуы баҫыу аша. Был ысул ярҙамында ҡырағай хайуандарҙың 21 төрө билдәләнә. Алынған мәғлүмәттәргә таянып, алдағы миҙгелдә хайуандар донъяһының дөйөм күләме иҫәпләнә. Иҫәпләү һөҙөмтәләре апрелдә билдәле буласаҡ, — тип аңлатма бирә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев.

Һуңғы ун йылда республика биләмәһендә мышылар һаны 19,4 меңдән 25 меңгә, боландар һаны 17,2 меңдән 22,4 меңгә тиклем артыуы күҙәтелә. Бүреләр 600-гә яҡын, төлкөләр һаны 8,6 мең тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа ҡырағай ҡабандар һаны бермә-бер кәмегән – 10,5 меңдән 2,2 меңгә төшкән. Был иһә сусҡалар араһында Африка тағуны ауырыуы таралмаһын өсөн махсус эшләнгән.

Бынан тыш, экологтар һуңғы арала ҡырағай хайуандарҙың ауыл-ҡалаларға яҡынайыуы тураһында иҫкәртә. Улар тәү сиратта аҙыҡ эҙләп килә, шуға йәлләп, ашатырға ярамай.

Йыртҡыстарҙың тораҡ пункттарға сығыуына шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур телефонына +7 (347) 218-04-30, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә шылтыратып хәбәр итегеҙ.

Фотолар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.

Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Урмандарҙа 600-гә яҡын бүре йөрөй...
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: