Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Ғинуар 2023, 09:00

Бына исмаһам асыш!

“Еҙем” тәбиғәт паркында тағы бер мәмерйә табылған

Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!

Ғалимдар Октябрьский һәм Боҙло мәмерйәләре араһында мәмерйә булыуын күптән күҙаллаһа ла, был асышты быйылғы йылдың тәүге географик табышы тип атарға була.

  • Был асыштың тарихы алыҫ 1976 йылда башлана. Октябрьский ҡалаһынан спелеологтар осраҡлы рәүештә генә шахтаға инеү урыны табалар. Махсус ҡоролмалары булмағас, төшә алмайҙар һәм Өфө спелеологтарына хәбәр итәләр. Улар шунда уҡ бөтөн кәрәкле ҡоролмаларын алып, был соҡорға төшә. Тәүҙә 80 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡ аша үтәләр, уны өйрәнәләр. Артабан мәмерйә табыла. Әле шул йылдарҙа Киндерле, Октябрьский, Леднева – ҙур спелеосистема мәмерйәләре икәнен дәлилләй. Рафаил Низамутдинов, Анатолий Афансьев мәмерйәләрҙе өйрәнеүгә күп көс һәм ваҡыт сарыф иткән ғалимдар. Николай Лазарев һәм Сергей Рычагов алты йыл дауамында был мәмерйәләрҙе өйрәнә, яңы юлдарын таба. Октябрьский мәмерйәһен өйрәнеүгә улар ике йыл самаһы ваҡыт сарыф итә һәм уның өйрәнелгән оҙонлоғон 4 296 метрға етә. Яңы асышҡа илткән экспедицияла 14 кеше ҡатнаша. Бер төркөм Боҙло, икенсеһе Октябрьский мәмерйәһенән бер-береһенә ҡаршыға сыға һәм  мәмерйәләрҙе тоташтырып торған урынды таба, – тип һөйләне В. Нассонов исемендәге спелеоклуб етәксеһе Наталья Рычагова.

Ғалимдарҙы алда яңы асыштар көтә. Киндерле мәмерйәһе спелеосистемаһы Рәсәйҙең иң ҙур мәмерйәләр иҫәбенә инеүе ихтимал. Әле лә ике мәмерйәһенең оҙонлоғон өҫтәһәң 20 километрҙан ашыу, әммә бөтә мәмерйәләрҙең дә потенциалы ғәйәт ҙур булыуын иҫәпкә алғанда, был һандың һиҙелерлек артыуына ышана спелеологтар. Ә яңы асылған Октябрь – Боҙло мәмерйәләр системаһы әлеге ваҡытта Уралдағы иң оҙон мәмерйәләр исемлегендә етенсе һәм Башҡортостанда дүртенсе урынды биләй.

Бындай асышты эшләгән спелеологтарҙы ҡотлайбыҙ һәм яңы асыштарҙа уңыштар теләйбеҙ, уларҙы оҙаҡ көтөргә кәрәкмәҫ тип ышанабыҙ.

 

 

Фотолар Башҡортостандың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы сайтынан алынды.

Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Бына исмаһам асыш!
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: