Экология
30 Ғинуар 2023, 03:00

Ҡыш булһа ла сүп-сар бөтмәй...

Ғәҙелша шарлауығы — Башҡортостандың иң билдәле тәбиғәт объекттарының береһе

Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...
Ҡыш булһа ла сүп-сар бөтмәй...

Башҡортостандың Экология министрлығының Сибай идаралығы һәм Баймаҡ урман хужалығы белгестәре Бөтә Рәсәй «Рәсәй һыуы» акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың иң ҙур шарлауығында өмә үткәргән. Шулай уҡ ҡоштарға  тағараҡтарға ем һалғандар.


Ғәҙелша шарлауығы — Башҡортостандың иң билдәле тәбиғәт объекттарының береһе. Шарлауыҡ тәбиғәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора. Уның дөйөм бейеклеге — яҡынса 15 метр. Яҙҙан алып көҙгә тиклем Ирәндектең матур урынына килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Әммә бөтә  туристар ҙа матурлыҡты күреп, уның гүзәллегенә һоҡланып ҡалмай, ә шарлауыҡ биләмәһен сүп-сар менән тултыра. Хатта ҡыш көнө лә уларҙың үҙҙәре артынан әллә күпме  сүп-сар ҡалдырып китеүҙәре күңелде ҡыра, ти өмәлә ҡатнашыусылар.

Фото: Экология министрлығының Сибай идаралығы.

Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...
Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...
Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...
Ҡыш булһа ла  сүп-сар бөтмәй...
Ҡыш булһа ла сүп-сар бөтмәй...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас