Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Февраль 2023, 15:50

Бындай махсус биләмәләр артасаҡ

Республика Хөкүмәтендә махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү системаһы тикшерелде.

Бындай махсус биләмәләр артасаҡ
Бындай махсус биләмәләр артасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта республикала айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре системаһын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды.

– Әүҙем ял итеү өсөн республикабыҙҙы көндән-көн күберәк туристар һайлай. Бындай интенсив антропоген йоғонто булғанда тәбиғи ландшафтты һаҡлау мөһим. Бының өсөн махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре булдырыла. Бөгөнгә уларҙың дөйөм майҙаны бер миллион гектар самаһы тәшкил итә, был республика биләмәһенең ете проценты самаһын тәшкил итә. Бынан тыш, тәбиғәт парктары ла туристарҙы йәлеп итеү нөктәләре булып тора. Уларға ла кешеләр йылдан-йыл күберәк йөрөй. Уҙған йылда ғына ял итеүселәрҙең һаны 1,5 тапҡырға артҡан. Әммә граждандарға ойошҡан рәүештә килеү өсөн шарттар булдырып, айырыуса һаҡланған тәбиғәт участкалары рәтенә индерергә мөмкин булған ерҙәр ҙә бар әле, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һөйләүенсә, бөгөнгә биш тәбиғәт паркы, 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 179 республика әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы сиктәре, шулай уҡ 24 раҫланған һаҡланған ҡомартҡы зоналары хаҡында мәғлүмәттәр иҫәпкә алынған. Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә ҡараған ер участкаларында һәм һыу объекттарында насар антропоген тәьҫирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында һаҡ зоналары булдырыла. Яңы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен булдырыу буйынса ла эштәр алып барыла. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында урындағы әһәмиәттәге “Оло Талпаҡ күленең эргә-тирәһе” махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе раҫланған.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Милли туристик рейтингта 11-се урынды биләй, тип билдәләне Андрей Назаров. Республика Башлығы 2023 йылға Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инеү бурысын ҡуйҙы.

Премьер-министр тейешле йөкләмә бирҙе.

– Республиканың тәбиғәт парктары биләмәләрендә граждандарҙың ялын ойоштороу һәм туристар ағымын арттырыу өсөн тейешле шарттар булдырыу маҡсатында Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән берлектә глэмпингтар урынлаштырыу өсөн майҙансыҡтар билдәләүҙәрен һорайым, – тине Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20067/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: