

Бөгөн төндә шомло тауыштарҙан уяндым. Ҡарғалар шаулашалар. Был хәл Өфө ҡалаһының Совет районында булды. Ҡарғалар Ибраһимов бульварындағы парктағы ағастарға, күп ҡатлы йорттар ҡыйығына, ихаталарға ҡунғайны. Был хәлде видеояҙмаға төшөрөп алдым.
Мәғлүм булыуынса, ҡоштар элек-электән кеше янында йәшәгән. Ғәҙәттәре, ерҙә эшләгән кешеләргә тауыштары менән ниндәй яҙ йәки йәй көтөргә, ҡыш ҡарлы һәм һыуыҡ булырмы, сәсеү һәм уңыш йыйырға ваҡыт етеүен иҫкәрткән. Бынан тыш, улар теге донъяла булған мәрхүмдәр хәбәрсеһе тип һаналған. Ҡарғалар иһә бөтә был һәләттәргә эйә, әммә уларҙың үҙҙәренең “махсуслашыуы” ла бар — метеорологик күҙаллауҙар.
Ҡарғалар хөрмәтенә хатта яҙҙың бер көнөн атағандар – 17 март. Уны “Герасим ҡарғасы” тип атайҙар, тап ошо көндә тыуған ерҙәрендә килеп, улар яҙ килеүен иҫкәртәләр. Әгәр был көндән һуңлап килһәләр, яҙ оҙон һәм һалҡын буласаҡ, ә иртә килһәләр, уңышһыҙ йылды аңлата.
Ҡарғалар килеп сыҡҡас, ҡылыҡтарын күҙәтергә кәрәк. Әгәр ҙә улар шунда уҡ иҫке ояларҙы йүнәтә башлаһа йәки яңыларын төҙөй башлаһа, ҡарҙың тиҙ иреүенән һәм ҙур ташҡындан һаҡ булырға кәрәк.
Уларҙың торлаҡтарының ҡайҙа урынлашыуы ла мөһим. Ҡоштар ағас сатыры өҫтөнә урынлашһа, йәй эҫе буласаҡ. Аҡыллы төҙөүселәрҙең түбәнге ботаҡтарҙа эшләүенә иғтибар итәһегеҙ – яҡшы миҙгелгә өмөтләнергә ярамай, сөнки ҡауырһынлы синоптиктар һыуыҡ һәм ямғыр еҫен һиҙгән дә инде.
Ҡарғалар килгәс, ата-бабаларыбыҙ иген культуралары сәсеү ваҡытын билдәләгән. Улар күктә күренгәндән һуң теүәл өс аҙна үткәс, сәсеү эштәренә тотонорға тейеш булғандар.
Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң киләсәген күктә ҡарғалар үҙҙәрен нисек тотоуы менән баһаларға мөмкин. Ҡысҡырып, оҙаҡ уйнаһалар, көн яҡшы буласаҡ, әгәр улар, ояларын ҡалдырырға теләмәйенсә генә осоп китһә, һауа торошоноң боҙолоуын вәғәҙә итә.
Бигерәк тә улар ағас ботаҡтарында бер-береһенә яҡын ултырһа, ата-бабаларыбыҙ дауыл-буран, көслө ямғыр, йәшенле һауа торошо килер тип хәүефләнгән. Шул уҡ ваҡытта суҡыштары елгә йүнәлтелһә, дауыл ҡотороуына әҙерләнергә кәрәк. Тиҙҙән көслө ҡойма ямғыр яуып, ҡот осҡос йәшен сығыуы ихтимал. Шулай уҡ "күк канцелярияһы" йәш культураларға боҙ-борсаҡ әҙерләгән.
Эргәләге ултырған ҡоштар өйөрө ҡапыл урынан осоп китһә, һаҡ булырға кәрәк. Һиҙгер йән эйәләренең бындай ҡылығы тиҙҙән һеҙҙең эргәлә ҡурҡыныс янаған тәбиғи катастрофаны иҫкәртә.
Ҡарғалар һауа торошон күҙаллаусы ғына түгел, улар етди тереклектең матди яғын да яҡшы “айырған” йәндәр. Әгәр ҙә улар һеҙҙең ихатағыҙҙы йәки эргәләге ағастарҙы даими йәшәү өсөн һайлаған икән, тимәк, байлыҡҡа өмөт итмәгеҙ. Тик аҡса эшләп, ысын фәҡирлеккә төшмәһәң, хәйерле инде. Әммә ваҡыты-ваҡыты менән һеҙҙең участокка йәки тәҙрә янына ҡарғалар килеп торһа, өйөгөҙгә ҡеүәтле аҡса ағымдарын йәлеп итер.
Баҡсағыҙға йәки ихатағыҙға йылдан-йыл осоп килеп торған ҡарғалар ғаиләнең бөлгөнлөккә төшөүен иҫкәртеүсе булып тора. Бындай ғаилә яйлап ярлылана, вариҫтары барлыҡҡа килеүҙән туҡтай, никахтар асыҡтан-асыҡ уңышһыҙлыҡҡа тарый.
Әлбиттә, был күҙаллауҙар, юрауҙар. Әммә тормошоғоҙҙо яҡшыға йүнәлтергә теләһәгеҙ, үҙегеҙ тырышығыҙ, ҡарғаларҙың “иҫкәртеүен” көтөп, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Ономағыҙ: ҡарғаларҙың үҙ тормошо, үҙ ҡанундары, ә кешеләрҙең үҙ юлы бар һәм ул нисек буласағы күп осраҡта үҙебеҙгә бәйле.
(Видеояҙманы "Башҡортостан" гәзитенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡарай алаһығыҙ).
Автор фотоһы һәм видеояҙмаһы.