Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Февраль 2023, 16:15

Умартасылыҡ форумы үтә

25 февралдә Өфөлә умартасылар йыйыла.

Умартасылыҡ форумы үтә
Умартасылыҡ форумы үтә

“Торатау” конгресс-холында үтәсәк сарала тармаҡтың әйҙәүсе ғалимдары, Башҡортостандың, Рәсәйҙең, шулай сит илдәрҙең  билдәле умартасылары ҡатнашасаҡ.

Форумдың төп сараһы – “Умартасылыҡ үҫеше перспективалары” темаһына арналған пленар ултырыш буласаҡ. Уның модераторы булып Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сығыш яһай.

Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, унда эксперттар умартасылыҡтың иң көнүҙәк темаларын яҡтыртасаҡ.Мәҫәлән, бал ҡорттарының һаулығы һәм именлеге, улар йәшәгән мөхитте һаҡлау һәм башҡалар.

Бынан тыш балды баһалау буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарыу ҙа планлаштырыла. Форум сиктәрендә мәрхәмәтлек  аукционы ла ойоштороласаҡ. Форум 10 сәғәт 30 минутта башлана.

 Фото: Башинформ.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: