Экология
24 Февраль 2023, 05:30

Майҙа килтерәләр

Киләсәктә был хайуандарҙы Урал аръяғы райондарына күсереүгә иҫәп тотола

Майҙа килтерәләрМайҙа килтерәләр
Майҙа килтерәләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы пост яҙған. Унда шулай тиелә:

"Башҡортостанда зубрҙар популяцияһын булдырыу идеяһын ғалимдар хупланы, тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлектәре ошо һирәк осрай торған хайуандар өсөн тап килә, тине. Проект Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығында яҡлау тапты. Федераль министрлыҡ ҡарамағында Башҡортостанда зубрҙарҙы интродукциялау менән шөғөлләнәсәк эшсе төркөм ойошторолдо.

Беренсе партия, 18 баш зубр, беҙгә майҙа килер тип көтәбеҙ. Уларҙы махсус рәүештә Күгәрсен районы биләмәһендә төҙөләсәк вольерҙа урынлаштырасаҡбыҙ. Киләсәктә был хайуандарҙы Урал аръяғы райондарына күсереүгә иҫәп тотабыҙ".

Фото: Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас