-4 °С
Ҡар
9 мартта 17 сәғәт 30 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа республикабыҙҙағы һулар һауаға ҡағылышлы брифинг үткәрелә.
Унда Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан һәм һауа күрһәткестәрен үлсәү лабораторияларынан тура тапшырыу була. Спикерҙар тура эфирҙа көнүҙәк мәғлүмәттәр, фекерҙәре менән уртаҡлаша.
Брифингты шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгенең һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.
Фото: видеонан скриншот.
Видео: Республикаға идара итеү үҙәге.