Бөгөн – Халыҡ-ара урман көнө. Ошо айҡанлы Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тәбрикләү һүҙҙәре менән уртаҡлашты:
“Ҡәҙерле коллегалар, дуҫтар!
21 мартта бөтә донъяла Халыҡ-ара урман көнө билдәләнә. Урман - ҙур экосистема, ул ҙур экологик әһәмиәткә эйә. Йыл һайын республика халҡының урмандарҙы тергеҙеү сараларына булышлыҡ итеүе һәм яҙғы һәм көҙгө осорҙа урман ултыртыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияларында әүҙем ҡатнашыуы ҡыуандыра.
Ошо мөһим көндә урман тармағында эшләгән кешеләргә һәм планетабыҙҙың йәшел “үпкәләренә” битараф булмағандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ихлас күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс-ҡеүәт, бәхет һәм именлек теләйем!”
Фото: vk.com/marat.sharafutdinov