

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. Ул республикала үтәсәк “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡағылды.
“Беҙҙең урмансылар үҫентеләрҙе ултыртыуға әҙерләй. 22 апрелдән 13 майға тиклем республикала “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһын үткәрәбеҙ. 22 апрелдән 22 майға тиклем – дүртенсе тапҡыр “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылабыҙ. Уның сиктәрендә Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙары хөрмәтенә аллеялар барлыҡҡа киләсәк.
Шишмә районында Турахан кәшәнәһе эргәһендә яңы майҙансыҡ барлыҡҡа киләсәк. Быйыл яҙ ҙур майҙандарҙа эштәр башҡарырға тәүәккәлләнек. Бөтә республика буйынса – урмандарҙа, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа йәмғеһе 15 миллион ҡыуаҡлыҡ һәм ағас ултыртасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә лә ошо турала һүҙ барҙы. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, акцияны үткәреүҙең берҙәм көндәре тип 29 апрель һәм 13 май билдәләнгән. Уларҙа яҡынса 90 мең кеше һәм 1700 берәмек техника ҡатнашыр тип көтөлә.
Яҙғы акция барышында 24 мең ҙур ағас һәм 57 меңдән ашыу башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. Бынан алдағы акциялар сиктәрендә ултыртылған 10 мең ағасты йәшелләндереү ҡаралған. Бынан тыш, республикала 64 яңы тематик аллея барлыҡҡа киләсәк (уларҙың 8-е - Өфөлә, 11-е - Стәрлетамаҡта). Аллеялар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға, Башҡортостандың күренекле кешеләренә һ.б. арналасаҡ.
Республиканың Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, 22 апрелдән 22 майға тиклем “Йәшел Башҡортостан” сиктәрендә “Хәтер баҡсаһы” акцияһы уҙғарыла. Ул Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса уҙғарыла һәм халыҡ-ара статусын алды. Быйыл сара илебеҙ намыҫын һәм абруйын яҡлаусы бөтә геройҙарын хуплау өсөн уҙғарыла.
Башҡортостанда акцияны үткәреү өсөн урман фондында 72 участка әҙерләнгән, уларҙа 700 мең самаһы яңы ағас ултыртыласаҡ. Республика Башлығының ҡушыуы буйынса, быйыл төп майҙансыҡ – Шишмә районындағы Урта быуат тарихы ҡомартҡыһы – Торахан мавзолейы янындағы участка. Бында 1100 ҡайын ултыртыу күҙаллана.
Фото: "Бәйләнештә".