

Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама биләмә идаралығының Башҡортостан буйынса һыу биология ресурстарын контролләү, күҙәтеү һәм һаҡлау дәүләт бүлеге хәбәр итеүенсә, республикала балыҡ ыуылдырыҡ сәскән осорҙа уны тотоуҙы тыйыу 15 апрелдән 15 июнгә тиклем бара.
Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы һәм Ағиҙел йылғаһында балыҡ ыуылдырыҡ сәскән ваҡыт 25 апрелдән 5 июнгә тиклем дауам итә.
Һәүәҫкәр һәм спорт балыҡ тотоуына килгәндә, сикләүҙәр барлыҡ ерҙә лә 25 апрелдән 5 июнгә тиклем бара. Бер кешегә ярҙан бер ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән балыҡ тотоуға тыйыуҙар ҡағылмай.
Балыҡсыларға был осорҙа уны тотоу ҡағиҙәләрен ентекле белеү мөһим. Республикала балыҡсылыҡ өлкәһендә ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булмаһын өсөн һәр ҡайһыбыҙҙың уяулығы талап ителә.