Экология
20 Апрель 2023, 16:27

Балыҡҡа бармай тороғоҙ

Рәсәй балыҡсылығы Волга-Кама биләмә идаралығының Башҡортостан буйынса һыу биология ресурстарын контролләү, күҙәтеү һәм һаҡлау дәүләт бүлеге хәбәр итеүенсә, 15 апрелдән 15 июнгә тиклем, республикала балыҡ ыуылдырыҡ сәскән осорҙа, уны тотоуҙы тыйыу ғәмәлдә була.

Түбәнге Кама һыу һаҡлағысы һәм Ағиҙел йылғаһында балыҡ ыуылдырыҡ сәскән ваҡыт 25 апрелдән 5 июнгә тиклем дауам итә. Һәүәҫкәр һәм спорт балыҡ тотоуына килгәндә, сикләүҙәр барлыҡ ерҙә лә 25 апрелдән 5 июнгә тиклем бара. Бер кешегә ярҙан икенән дә күп булмаған ырғаҡлы бер ҡалҡыуыслы йә иһә һыу төбө ҡармағынан тотоу рөхсәт ителә, ә башҡа төр  ысулдар тыйыла. Шулай уҡ ыуылдырыҡ сәсеү урындарында балыҡ ҡармаҡларға ярамай.

Рус бикреһе, ҡумжа (бағыр), ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, уҡбалыҡты тотоу тыйыла.

Һыу биоресурстарының ҙурлығына ҡарата ла талаптар бар. 40 сантиметрҙан ҡыҫҡараҡ ағасаҡ, һаҙан һәм һыла балығы, 28 санти­метрҙан бәләкәйерәк ҡорман, 90 сантиметрҙан бәләкәйерәк  йәйен, 10 сантиметрҙан бәләкәйерәк ҡыҫала эләкһә — һыуға кире ебәрергә кәрәк. Тәүлегенә рөхсәт ителгән табыш күләмен арттырырға ярамай, ул биш килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Һыу биоресурстарын алыу тыйылған урын тип Ағиҙел йылғаһы иҫәпләнә: был Илеш районының Юлдыҙ һыу алыу ҡоролмаһынан алып Әңгәсәк ауылының административ сигенә (Дүртөйлө районы) тиклем, Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылынан алып Тоҙло тауға (Өфө районы) тиклем.

Ошо осорҙа һыу ятҡылыҡтарында күҙәтеү-тикшереү эштәре көсәйтелә. Тыйыуҙарҙы боҙған балыҡсыларға штраф һалына. Шулай уҡ һәр балыҡ өсөн айырым хаҡ ҡуйылған, ҡағиҙә боҙоусы уны ла түләргә тейеш була. Балыҡ аулау саралары һәм кәмәләр тартып алына.

Балыҡсыларға был осорҙа уны тотоу ҡағиҙәләрен ентекле белеү мөһим. Республикала балыҡсылыҡ өлкәһендә ҡануниәтте боҙоу осраҡтары булмаһын өсөн, һәр ҡайһыбыҙҙың уяулығы талап ителә.

- Ә. ӘЙҮПОВА

Читайте нас