+6 °С
Болотло
"Изге ҡарағас" Баймаҡ районының Бетерә ауылы эргәһендә урынлашҡан. Уға 700 йәш тирәһе, бейеклеге 30 метрға етһә, олононоң әйләнәһе алты метрҙан артып китә.
Ағастың ҙурлығы, ботаҡтары буйынса ғалимдар уның йәшен билдәләгән. Был гигант ағасты барып күреү еңел түгел. Бының өсөн төпкөлдән юлһыҙ урындарҙан үтергә кәрәк.
Ағасты ҡосаҡлаһаң, көс-ҡеүәт өҫтәлеүен дә әйтәләр. Изге ҡарағас өсөн тауыш биреү 1 авгусҡа тиклем бара.
фото: "Сельские узоры" сайтынан.