Экология
18 Май 2023, 11:00

Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...

Ул да минең кеүек төшөрөргә ярата икән. “Нимәне?”  – тип һорамағыҙ. 

Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...
Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...

Тыуған яғым – Саҙалымдың сихри сәскәһе. Исеме – алтынбаш. Эйе, матур сәскәләр иҫ киткес күп был донъяла! Шулай ҙа һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры, уҙып барған ҡабатланмаҫ ғүмере. Йәшлегемә ҡайттым, рәхмәт, алтынбаш!

Алтынбаш – Һуңғы ҡыңғырау сәскәһе. Был моңһоу ҙа, һағыш-дәрткә сорналған байрам нәҡ 25 май үтә ине. Ә хәҙер? Донъялар буталды, алмашынды:йыл һайын иҫтәлекле көн дә үҙгәреп тора. Быйыл 22 май көнө үтәсәк.

Был видеояҙманы яҡташым, өлкән йәштәрҙәге Миңзаман Уликанов Нәжип Юлдашбаев аша ебәрҙе. Ул да минең кеүек төшөрөргә ярата икән. “Нимәне?”  – тип һорамағыҙ. “Матурлыҡты!” – булыр яуабым. Бөгөн төшөргән, Әлебай тигән хозур тәбиғәтле ауыл янында һуш китерлек алтынбаштарҙың бейеүенә тап булған. Ағайыбыҙҙы бейеп ҡаршы алғандар һәм оҙатҡандар. Яҙырға ҡушты, өлкәндәрҙе нисек тыңламайһың? Аҡ ҡына елбәҙәк сәскәләрҙең бейеүен 28 меңдән ашыу кеше ҡарап һоҡланды. Махсус барып шул ерҙә рәхәтләнеп күптәр фотоға ла төштөләр. Был хәтлем алтын ғына сәскәләрҙе беренсе тапҡыр күреүем, иҫ-аҡыл китерлек! Ел-дауыл бейетә уларҙы: хуш еҫтәрегеҙҙе бөркөп, әллә кем булышып ҡупшыланып ултырмағыҙ ти микән? Матур ҙа, хуш еҫле лә, көслө лә, сихри ҙә булыу ай-һай еңел түгелдер – тормошта ла шулай.


Эй, бар ине заманалар! Беҙ ҙә егет-ҡыҙ инек, йөрәктәрҙең дөп-дөп типкән, күңелдәрҙең елкенгән сағы. Матурлыҡ, сәскәләр, уларҙың бейеүе донъяны ҡотҡармаһа ла, һәр хәлдә күңелдәребеҙгә сафлыҡ, паклыҡ, мөғжизә өҫтәр, өмөт сатҡылары, бер-береңә ышаныс уятыр тигән өмөттәмен...

Автор: Ғайса Ишмөхәмәтов.

Видеояҙма: vk.com

Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...
Һәр кемдең үҙ сәскәһе был донъяла, үҙ юлы, үҙ йыры...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас