Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Май 2023, 22:17

Асылыкүл буйы йәшелләнде

15 мең төп шыршы һәм тал ағасы күлде һаҡлаясаҡ.

Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Асылыкүл – Башҡортостандың иң ҙур күле, Рәсәйҙә ул етенсе урында. 1993 йылдан тәбиғәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелеп, бөгөнгәсә һаҡлау аҫтында. Халыҡ күлде яратып, төбәктең йөҙөк ҡашы, тип йөрөтә. Күптәрҙең яратҡан ял урынына әүерелгән был урын. Йәй етеү менән күл меңләгән туристы ҡаршы ала, матур хәтирәләр, күңелле ял бүләк итә. Әммә...

Туризмды үҫтереү, ситтән туристар йәлеп итеү тураһында күп һөйләйбеҙ, тик яйға һалынмаған был эш тәбиғәт биләмәләренә ниндәй зыян килтерә һәм уны тәләфләүгә нисек йоғонто яһай? Шуныһы мөһим.

Һуңғы йылдарҙа Асылыкүлдең һайығыуы тураһында дәүләт кимәлендә саралар күрелә башланы. Был юҡҡа түгел. Асы­лы­күлдең элекке ярҙарынан ҡайһы бер урындарҙа алты метрға сигенеүен теркәгәндәр. Тәрәнлеге лә йылдан-йыл кәмей. Иң тәрән урыны бынан биш йыл самаһы элек 12 метр булһа, бөгөн ул туғыҙ метр тәшкил итә. Һуңғы һигеҙ йылда Асылыкүлдә һыу кимәле 100 сантиметрға кәмегән һәм әле лә шулай дауам итә.

Был проблеманы хәл итеү өсөн экологтар, ғалимдар йыйылышып төрлө саралар күрҙе. Сәбәптәре лә асыҡланды буғай: хужалыҡ итеүҙән экологик баланс боҙолған.

Асылыкүл – Башҡортостанда майҙаны 23 квадрат километрҙан ашыу булған иң ҙур күлдәрҙең береһе. Уға тиҫтәләгән шишмә ағып төшә. Уларҙың ҡороуы күлдең һыуы кәмеүгә беренсе сәбәптәрҙән һанала, тип фаразлай ғалимдар.

Ял итеүселәрҙең артыуы ла яр буйҙарының бысраныуына килтерә. Икенсе сәбәп – Асылыкүл менән бер экосистемала торған Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығындағы мелиорация эштәре.

Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко аңлатыуынса, Асылыкүлдә ағым юҡ, шуға ла йәйге эҫе көндәрҙә һыу ныҡ йылый. Был үҙ сиратында һыу төбөнә ләм йыйылыуға сәбәпсе булып тора. Һыуҙағы үҫемлектәр сереп еҫләнә, һәм көкөрт бүленә башлай.

Әлеге ваҡытта күлде берҙән-бер һыу йылғаһы – Шарлама туйындыра. Ул бәләкәй генә һәм ҡайһы бер урындарын ләм ҡаплауы арҡаһында Асылыкүлгә килеп етә алмай.

Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә Асылыкүлдең һайыҡҡанын раҫлай. Күл эсендә бәләкәй утрауҙар хасил булған, әммә артыҡ хафаланырға сәбәп юҡ, тип иҫәпләй белгестәр.

“Асылыкүл” тәбиғәт паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова бил­дәләүенсә, парк хеҙмәткәрҙәре күлде һаҡлау өсөн байтаҡ сара ойоштора.

– Тәү сиратта балыҡ ауларға килгән браконьерҙарға ҡаршы көрәшәбеҙ. Икенсенән, ояларға килгән ҡоштарға махсус шарттар булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Быйыл тәбиғәт паркы биләмә­һендә кипкән үлән янып, беҙҙе хәүефкә һалды.

Әлеге мәлдә туристарҙы ҡабул итеү миҙгеленә әҙерлек баш­ланыҡ. Аншлагтар эшләү, һаҡ­тарҙы яңыртыу мәсьәләләрен хәл итәбеҙ, – ти Гүзәл Ғилманова.

2018 йылдан республикала Берләшкән Милләттәр Ойошма­һының программаһы нигеҙендә торф һаҙлыҡтарын һаҡлау буйынса ғилми-тикше­ренеү эштәре алып барылғайны. Дала һәм урман-дала зоналарында һаҡлаулы биләмәләр менән республика тәғәйенлә­нешендәге айырым һаҡланған 15 тәбиғәт биләмәһе проектланды.

Был тәбиғәт объекттары урман-дала зонаһында урынлаш­ҡан, уларҙың туғыҙы – Урал алдына (Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә райондары), алтауһы Урал аръяғына (Әбйәлил, Учалы ра­йо­н­дары) ҡарай.

Бөтә донъяла торф һаҙлыҡ­тары мөһим иҡтисади һәм экологик ресурс булып һанала. Торф һаҙлыҡтары экосистемалары биологик төрлөлөктө тотоп тороуға өлөш индерә, һыу әйләнешендә һәм климат үҙгәрештәренә бәйле углеродтың глобаль циклында ҡатнаша. Торф һаҙлыҡтары СО2 һеңдерә, ләкин бүлеп сығармай, ә уны торфта туплай, шулай уҡ улар тирә-яҡ мөхиттең зарарлы матдәләрен туплау сифатына эйә, ер аҫты һыуҙарын таҙарта. Һыуға ҡытлыҡ булған дала һәм урман-дала райондарында һаҙ­лыҡ­тарҙың экологик роле айырыуса мөһим. Әгәр урман Ер шарының үпкәһе булһа, һаҙ­лыҡтар – уның бөйөрө.

Билдәләнгән һаҙлыҡтар Баш­ҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән һирәк һәм юғалыу хәүефе янаған хайуандар йәшәгән, үҫемлектәр үҫкән урын булып тора.

“Асылыкүл” тәбиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан Бер­ҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын терге­ҙеүҙең һөҙөмтәле сара булыуын билдәләргә кәрәк. Совет осоронда был һаҙлыҡ киптерелә һәм һөрөнтө ер булараҡ файҙа­ланыла. Әммә мул уңыш алыуға өмөт аҡланмай. Һаҙлыҡтан һуңғы ер ауыл хужалығы культураларын үҫтереүгә яраҡһыҙ булып сыға.

Берләшкән Милләттәр Ойош­маһы программаһы буйынса бында дамба төҙөлдө, һөҙөмтәлә һаҙлыҡ экосистемаһы аҡрынлап тергеҙелә башланы, биләмәлә биотөрлөлөктөң артыуы күҙәтелә. Был саралар тиҙ һөҙөмтә бирер тип көтөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа һирәк осрай торған ҡоштар, торналар һәм аҡҡоштарҙың һаҙлыҡҡа ҡайта башлауы ла киләсәккә матур өмөт уята.

Асылыкүлде һайығыуҙан ҡот­ҡа­рыуҙың тағы бер һөҙөмтәле сараһы – уның тирәләй ярҙарҙы нығытҡан ағастар ултыртыу.

Күптән түгел күл буйында үткәрелгән ағас ултыртыу сараһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Сарала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы, Алға һәм Ҡыҙрас ауылдары биләмәләре хакимиәт­тәре вәкилдәре ҡатнашты. Йәмғеһе 50-нән ашыу кеше йыйылды.

– Ошо акция барышында 15 мең төп шыршы һәм тал ағасы ултыртылды. Шыршылар бер йыллыҡ. Былтыр орлоҡ сәсеп, дирекция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре үҫтереп алған үҫентеләр айырыу­са ҡәҙерле. "Асылыкүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡарап торасаҡ, бер нисә тапҡыр һыу һибәсәк. Был ағастар күлде һайығыуҙан һаҡлар, тип ышанабыҙ, – тине Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы етәксеһе Таһир Бәҙертдинов.

Әйткәндәй, ғалим, биология фәндәре докторы, академик, профессор Алексей Кулагин да акцияла ҡатнашты. Ул күлде һайығыуҙан ҡотҡарыу буйынса ғилми проект яҙған. Ағастар тап ошо проектҡа ярашлы ултыртыла.

– Ауыл хужалығында гер­бицидтарһыҙ эшләмәйҙәр. Төньяҡ өлөштә яр буйы һөрөлгән. Был баҫыуҙан ағып төшкән ҡар һыуҙары күлгә зыян килтерә. Ярҙа ағастар үҫергә тейеш. Улар ярҙы нығытып, ҡалҡан кеүек булып торасаҡ, – ти ғалим.

Беҙҙе әүҙем ял миҙгеле көтә: тәбиғәткә сыҡҡанда үҙебеҙҙән һуң сүп-сар ҡалдырмау – мөһим шарт.

- Лилиә НУРЕТДИНОВА
     Дәүләкән районы

Читайте нас