Экология
19 Май 2023, 17:18

Шаулап үҫер тирәк-миләштәр

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Республикала ошо көндәрҙә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы, меңәрләгән төп ағас үҫентеһе ултыртыла. Өмәләр “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса ла үтә. Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһында тотош аллеялар барлыҡҡа килә.

Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ҡаланың Суханов урамында “Машина эшләүселәр аллеяһы”на нигеҙ һалынды. Унда ҡала халҡы, башлыса ошо биҫтәлә йәшәүселәр 40 төп тирәк һәм 50 төп миләш ағасы ултыртты. Өмәлә шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, Башҡорт­остандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Ридаль Сәйетов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, РФ Эске эштәр министрлығының Стәрле­тамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәр­ҙәре, ирекмәндәр, студенттар ҡатнашты.

Эш ырамлы барҙы һәм бер сәғәт эсендә барлыҡ ағастар ергә тамырын йәйҙе. Халыҡтың әүҙемлеген һәм берҙәмлеген Ридаль Рауил улы ла билдәләне:

– Стәрлетамаҡ һәр саҡ сәнәғәт флагманы булып ҡала, бында тырыш, дәртле кешеләр йәшәй. Ҡалала яңы йорттар, социаль объекттар ҡалҡыу менән бер рәттән йәшелләндереү эштәре лә алып барыла, ошондай һөнәр эйәләренә арналған аллея барлыҡҡа килеүе айырыуса әһәмиәтле, – тине етәксе.

Ҡала хакимиәте башлығы үҙ сиратында ҡаланы төҙөкләндереү, шул иҫәптән ағас ултыртыу эштәренең дауам итәсәген вәғәҙәләне. Шулай уҡ башҡарылған эштәр буйынса миҫалдар ҙа килтерҙе:

– Күптән түгел Октябрь проспектында “Химиктар аллеяһы” барлыҡҡа килде. Унда иһә беҙ Башҡортостан сода компанияһы ярҙамында 100 төп тирәк ултырттыҡ, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Артабан етәкселәр ҡаланың 1-се гимназияһына йүнәлде – улар әле уҡыу йортоноң яңы корпусында барған үҙгәртеп-ҡороу эштәре менән танышты.

Был ағастар ҡаланың йөҙөн дә матурлаясаҡ, ошо биҫтәлә һулар һауаны ла таҙартасаҡ.

– Суханов урамында урынлашҡан йортта йәшәйем, был аллея буйлап үҙем дә, балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем дә йөрөйәсәк, шуға күрә өмәлә ихлас ҡатнаштым, – тине, мәҫәлән, Михаил Горячев.

Ысынлап та, урамдарҙағы йәшеллек һәммәбеҙ өсөн дә мөһим, шуға бындай акцияларҙа ҡатнашыу, ултыртҡан ағастарҙы ҡәҙерләп-һаҡлап үҫтереү – һәр кемдең ҡулынан килерҙәй эш.

- Рәмил МАНСУРОВ
     Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас