

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” яҙғы акцияһында 107 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, акцияны тормошҡа ашырыуға 5200 махсус ойошма ҡушылған һәм 1700 берәмек техника йәлеп ителгән.
Быйыл акция 22 апрелдән 13 майға тиклем уҙҙы. Ошо осорҙа ихаталарҙа һәм йәмәғәт биләмәләрендә ағастар һәм башҡа йәшел үҫентеләр ултыртылды. Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, республикала 76 яңы тематик аллея булдырылған, 27 мең эре ағас һәм 140 меңдән ашыу башҡа үҫенте ултыртылған, шулай уҡ 2,5 меңдән ашыу ағасты яңынан ултыртҡандар.
Быйылғы акцияла биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм тематик аллеялар булдырыуға баҫым яһалды. Өфөлә “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башланғандан алып коммуналь хеҙмәттәр ҡала халҡы ҡатнашлығында 12 яңы аллея булдырған, 2195 ағас һәм 1421 ҡыуаҡ ултыртылған. Башлыса йүкә, миләш, муйыл, алмағас, ҡарағай, зәңгәр шыршы кеүек ағастар ултыртылды.
“Ағастарҙы ваҡытында алмаштырырға кәрәк. Был процесс даими бара. Дөйөм алғанда, минеңсә, кешеләргә акция оҡшай, улар уны яратты. Яңы аллеялар күрһәм, күңел ҡыуана”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Шулай уҡ беҙҙә “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы ла үтте. Башҡортостан унда йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Быйыл акция 29 апрелдә башланды. Яҙғы осорҙа 250 гектар ерҙә 1 миллион 70 мең үҫенте ултыртылды.
Башҡортостан Башлығы урмандарҙы һаҡлау һәм ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы эште көсәйтергә ҡушты. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, быйыл ебәк күбәләген 650-нән 390 мең гектарға тиклем майҙанда кәметеүгә өлгәшкәндәр. Шул уҡ ваҡытта ауылдар, баҡсасылар ширҡәттәре, балалар лагерҙары янында эшкәртеү эше санитар ҡағиҙәләре менән тыйылған. Белгестәр әйтеүенсә, бөжәктәр алдағы ике аҙна эсендә ағас япраҡтары менән туҡланыуын туҡтатасаҡ.
– Быйыл беҙ Баймаҡ, Федоровка, Миәкә, Бәләбәй, Бишбүләк райондарында 67 мең гектар урманды эшкәрттек, – тине министр.
Радий Хәбиров хәлде контролдә тоторға, бөжәктең таралыуына юл ҡуймаҫҡа ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.