Экология
10 Июнь 2023, 02:00

Аҡҡоштар ғаиләһе бер юлы 11-гә артҡан

Ҡарман һыуһаҡлағысында күптәр аҡҡоштар ғаиләһен күҙәтергә ярата

Аҡҡоштар ғаиләһе бер юлы 11-гә артҡанАҡҡоштар ғаиләһе бер юлы 11-гә артҡан
Аҡҡоштар ғаиләһе бер юлы 11-гә артҡан

Мөхәббәт ҡоштары - парлы аҡҡоштар бәпкәләрен дә сығарған. Ҡарман һыуһаҡлағысында аҡҡоштар ғаиләһе бер юлы 11-гә артҡан – пар аҡҡоштарҙың 11 себеше сыҡҡан.


Улар кешеләргә бик өйрәнгән, уларға яҡын уҡ киләләр икән. Ә урындағы халыҡ уларҙы ашата, ярата, тип хәбәр ителә социаль селтәрҙә.
Был матур күренеште күҙәтерлә килгән халыҡтың теләге бер генә: аҡҡоштар имен-һау үҙҙәренең бәпкәләрен үҫтереп, ҡанаттарын нығытып алһын, бергәләшеп йылы яҡтарға осоп ҡайтырға насип булһын!

Фото: "Бәйләнештә"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас