Экология
23 Июнь 2023, 13:00

Белореттар урманда ҡот осҡос күренеш шаһиты булған

Республика урмандарында парһыҙ ебәк күбәләге таралған.

Белореттар урманда ҡот осҡос күренеш шаһиты булғанБелореттар урманда ҡот осҡос күренеш шаһиты булған
Белореттар урманда ҡот осҡос күренеш шаһиты булған

Илдең бер нисә төбәгендә парһыҙ ебәк күбәләгенең ҡарышлауыҡтары киң таралған. Ҡоротҡос Владимир, Рязань, Ульяновск өлкәләрендә, Башҡортостан Республикаһында йәшелсәләрҙе ашай, ә яңыраҡ Мәскәү өлкәһенә лә килде, тип хәбәр итте федераль киң мәғлүмәт саралары.

Был хәл ысынбарлыҡ икәненә Белорет районының Баҡый ауылы кешеләре шаһит булған. Улар урманға сыҡҡанда ағасҡа һырып алған ебәк күбәләктең күплегенә хайран ҡала – ҡоротҡостар ағас олондарына һырығандар, ағас төптәрендә лә ҡымжып яталар, хатта ҡарауы ла ерәнес, ағас япраҡтарын ашап бөткән.

– Бына ҡымжып торалар, ыста. Улар кешегә лә һырый, кисә миңә һырынылар. Һәр бере ҡайында, ҡайындар бөткән, япраҡтары сәпсим ҡалмаған. У-у-у, бутҡа тулып яталар. Ана үрмәләйҙәр, уй, ерҙә лә туп-тулы. Уй, бында бөтөнләй йөрөрлөк түгел, өйгә эйәреп ҡатмаһындар. Былар ашап бөтөп, лап-лоп төшәләр ул, – тип хайран ҡалған был күренеш шаһиттары.   

Парһыҙ ебәк күбәләге - емеш һәм урман тоҡомдары ҡоротҡостарына ҡарай. Инәһенең ҡанаттары һарғылт аҡ, ҡоласы 65-75 мм; атаның ҡанаттары көрәнһыу һоро, ҡоласы 45 мм тиклем. Оҙонлоғо 80 мм тиклем, ҡара төҫтә, йөнтәҫ. Рәсәйҙә был төр бөтә ерҙә тиерлек таралған. Шулай уҡ ул бөтә Европала, Кавказда, Кесе Азияла, Японияла һәм Төньяҡ Америкала йәшәй.

Парһыҙ ебәк күбәләгенең йомортҡалары, ҡағиҙә булараҡ, ағастарҙа ҡышлай, яҙын, йәй башында ҡарышлауыҡтар барлыҡҡа килә, ә июль аҙағында – август башында күбәләктәр оса башлай.

Парһыҙ ебәк күбәләге сираттағы күпләп үрсеүе икенсе йыл рәттән теркәлә, төбәктәр генә айырыла. Уңайлы шарттар температура режимы һәм яҡшы туҡланыу бөжәктәр һанының ҡырҡа артыуына һәм уларҙың алыҫ араларға таралыуына килтереүе ихтимал. 

Күмәкләп үрсеү ваҡытында парһыҙ ебәк күбәләге япраҡлы урмандарҙы һәм баҡсаларҙы ашай. Был эш менән ҡарышлауыҡтар шөғөлләнә. Улар 300 төр ағас үҫемлегенә зыян килтерә, әммә айырыуса ҡайын, имән, йүкә, тал, уҫаҡ ярата. Емеш-еләк алма, груша, слива. Парһыҙ ебәк күбәләге кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырмай, тик аллергиктар өсөн эҙемтәләр булыуы ихтимал. Ә быйыл ебәк күбәләге ағастарға зыян килтереүе ихтимал – ҡарышлауыҡтар юғалғас, ағастарҙың көҙгә тиклем япраҡтарын тергеҙеп өлгөрөүе мөһим. Юғиһә улар ҡышты кисермәйәсәк. Әммә ғалимдар бындай осраҡтар бик һирәк була тип тынысландырырға ашыға.

Фото: скриншот.

Видеояҙма:  WhatsApp 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас