Экология
3 Июль 2023, 08:00

Көтөүсегә айыу һөжүм иткән

Быйыл республикала тайыштабандар үҙҙәрен бик ҡырыҫ, яһил тота.

Көтөүсегә айыу һөжүм иткәнКөтөүсегә айыу һөжүм иткән
Көтөүсегә айыу һөжүм иткән

Быйыл республикала тайыштабандар үҙҙәрен бик ҡырыҫ, яһил тота. Уҙған аҙнала Ишембай районының Скворчиха ауылы эргәһендә айыуҙың бер ирҙе ныҡ йәрәхәтләүе тураһында яҙғайныҡ. Ошондай уҡ хәл Белорет районында ла теркәлде.

Мәғлүм булыуынса, был хәл райондың Әхмәр ауылы янында булған. Ат эҙләп йөрөгән көтөүсе айыуға барып сыҡҡан. Урман хужаһы көтөүсене күргәс, урманға ҡасырға ашыҡмай, ә уға табан килә башлаған. Көтөүсе һыбай саҡ ҡасып ҡотола. Айыу уны бер аҙ эҙәрлекләп барғас, ауылға етәрәк урманға инеп китә.

Әхмәр халҡына хәүеф тыуҙырған айыуҙы, ауланған айыуҙар һанын көйләү маҡсатында ойошторолған һунар сиктәрендә, атып алғандар. Ул ата айыу булып сыға, яҡынса дүрт-биш йәштәр тирәһендә, ауырлығы 120 килограмм самаһы булған.

Әлбиттә, бындай күренештәр урманға барған, еләк-емешкә йөрөгән кешеләргә хәүеф янауы тураһында иҫкәртеү сигналы булып тора. 

Фото: Telegram

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас