

Урман айыуһыҙ булмай, әммә быйыл “тайыштабандар” бигерәк әүҙемләште. Был күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты.
“Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул.
Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә.
Хөрмәтле граждандар, көслө урман янғындары ҡырағай хайуандарҙың туҡланыу аҙығын кәметеүгә булышлыҡ итте. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тип бит халыҡ, шуға ла улар ауыл-ҡалаларға яҡынлашты. Шуға ла үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, урманға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ.
Фото: vk.com/beloradm