Экология
14 Сентябрь 2023, 13:40

Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара

Унда беҙҙең республиканан да делегация ҡатнаша.

Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бараИркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара

Ошо көндәрҙә Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы үтә. Форум программаһы төрлө эшлекле һәм мәҙәни сараларға бай. Унда Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та ҡатнаша.  

– Көндөң тәүге яртыһында “SibWoodExpo” күргәҙмәһендә махсуслаштырылған урман техникаһы һәм ҡорамалдары эше менән таныштыҡ. Сара сиктәрендә пленар ултырыш үтте, ә иртәгә коллегаларыбыҙ менән урман сәнәғәте комплексына ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, урман янғындарын асыҡлау һәм бөтөрөү, урман тармағын һанлаштырыу һәм урмандарҙың климат көн тәртибенә индергән өлөшө мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр серияһында ҡатнашасаҡбыҙ. Шулай уҡ ағымдағы йылды ойоштороусыларҙың пландарында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртыу ҡаралған, – тип уртаҡлашты Марат Шәрәфетдинов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был форум икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм урман тармағының ҡаҙаныштары һәм проблемалары тураһында һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булып тора, был ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә һәм илебеҙҙең урман хужалығын артабан үҫтереү йүнәлешен билдәләргә ярҙам итә.

Фото: vk.com/feed

Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас