

18 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республика биләмәһендә урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән урман ултыртыуҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү һәм урман фонды биләмәһендә ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында Башҡортоста Урман хужалығы министрлығы “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһын үткәрә.
Иҫкәртеү сараһында шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, ЮХХДИ идаралығы, төбәктең Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, йәмәғәт урман инспекторҙары, казак йәмғиәттәре (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урмансылыҡтары биләмәләрендә) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашасаҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм үрмәле үҫемлектәрҙе законһыҙ ҡырҡыу - енәйәт (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы), уның өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм итергә, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа ла тарттырыуҙары мөмкин (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы).
Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, урман үҫентеләренә зыян килтереү йәки урмандарҙа ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдегең менән ҡаҙып алған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған:
- граждандарға өс меңдән биш мең һумға тиклем;
- вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға тиклем;
- ойошмаларға – 200 меңдән 500 мең һумға тиклем, бынан тыш, ҡырҡылған һәр ағас өсөн зыян ҡаплатыла.
РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһындағы билдәләмәгә ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған таксалар буйынса ағастарға, ҡыуаҡтарға һәм үрмәле үҫемлектәргә килтерелгән зыян биш мең һумдан ашыу булғанда – һиҙерлек күләмле, 50 мең һумдан ашһа – ҙур күләмле, 150 мең һумдан ашһа, айырыуса ҙур күләмле тип таныла.
Әгәр һеҙ урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Телефоны: 8 (347) 218-14-14.
Автор фотоһы.