Экология
17 Сентябрь 2023, 08:30

Экологтар өмә ойошторған

Граждандарҙың 80 проценты экология проблемалары хаҡында уйлана.

Экологтар өмә ойошторғанЭкологтар өмә ойошторған
Экологтар өмә ойошторған

"Экосистема" хәрәкәте әүҙемселәре һәм ирекмәндәр Өфөлә өмә үткәрҙе. «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Александр Рябых билдәләүенсә, 16 сентябрҙә 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хәрәкәттә ҡатнашыусылар, Дудин киҫелешендә йыйылды. Спикер һүҙҙәренсә,статистика күрһәтеүенсә, граждандарҙың 80 проценты экология проблемалары хаҡында уйлана.

- Беҙҙең «Экосистема» хәрәкәте быйыл мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Ярты йыл эшләү осоронда беҙ бөтә Рәсәй күләмендә 200-ҙән ашыу акция һәм проект ойошторҙоҡ һәм уларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, был илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә 150-нән ашыу кешене экологик практикаға йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Александр Рябых.

Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-09-16/aktivisty-dvizheniya-ekosistema-i-volontery-proveli-subbotnik-v-ufe-3440617

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас