Экология
25 Сентябрь 2023, 06:30

Өфөлә тағы ла айыу...

Ғәҙәти хәлдә йыртҡыстар кешегә һөжүм итмәй

Өфөлә тағы ла айыу...Өфөлә тағы ла айыу...
Өфөлә тағы ла айыу...

Кисә тағы ла өфөлә айыу күргәндәр. Хәҙер инде бындай күренештәр ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара.

Быйыл республикала айыуҙарҙың ауылдарға килеүе, хатта урамдар буйлап йөрөүе, малға һөжүм итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетеп торабыҙ, социаль селтәрҙәрҙәрҙә лә ошо хаҡта күп яҙалар. “Айыу үрсене, урманға сығыуы ла ҡурҡыныс. Ниңә атырға рөхсәт итмәйҙәр?”, – тип яҙғандар ҙа бихисап.

“Тайыш табан” әүҙемләште

Ысынлап та, быйыл “тайыш табандар” айырыуса әүҙем. Улар йәй аҙағында халыҡ йәшәгән урындарға яҡынайҙы. Мәҫәлән, август аҙағында Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә лә уларҙы йыш осрата башлағандар. Хатта ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары үҙҙәре йәшәгән урамға инә айыу менән балаһы ”ҡунаҡҡа” килеп китеүе тураһында хәбәр иткән.

– Инә айыуға дүрт йәш самаһы ине, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның ауырлығы 50 килограмм тирәһе. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре, аҙыҡ эҙләп, ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов.

Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты.

“Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул.

Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә.

Баш ҡалала ла күргәндәр

Республиканың Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә тәүге тапҡыр ҡырағай йәнлек йәкшәмбе, 27 августа, күренә. Иртәгәһенә “тайыш табан” тағы ла кешеләр янына килә, был юлы уны шәхси секторҙа һәм тимер юл станцияһы янында күрәләр.

Шакша биҫтәһендә йәшәгәндәр бер нисә тапҡыр айыуҙарҙы мобиль телефон камераларына төшөрөп, видеояҙмаларын социаль селтәргә һалды. Белгестәр әйтеүенсә, айыу балаһына яҡынса 1,5 йәш, ул аҙыҡ эҙләп кешеләр янына сыҡҡан. Айыу шәхси сектор буйлап оҙаҡ йөрөмәй һәм Базилеевка янындағы урманға ҡаса.

Икенсе көндә, дүшәмбе, 28 августа, Өфө биҫтәһендә йәшәүселәр йәнә айыу балаһын күреп ҡала. Был юлы “тайыш табанды” тимер юл станцияһынан алыҫ түгел урында күрәләр. 30 августа ла “урман ҡунағы” иртәндән Шакша буйлап йөрөгән, һуңынан йәш айыу балаһы урманға инеп киткән.

Ни өсөн айыуҙар урмандан сыға

Ни өсөн айыуҙар ауылдарға килә? Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо һорауға яуап бирҙе. Баҡтиһәң, айыу менән кешенең ҡалалар һәм ауылдар янында осрашыуы миҙгел алмашыныуына ла бәйле икән: йәй тамамлана, көҙ етә һәм айыуҙарға ҡышҡы йоҡо алдынан май запасы тупларға кәрәк.

– Хәҙер сираттағы мал аҙығы, һутлы үҫемлектәр һәм еләк алмашыныуы бара, шуға күрә ҡырағай хайуандар ҡыш алдынан “ашау өсөн” яңы урындар эҙләй. Таныш булмаған ерҙәрҙе тикшергәндә айыуҙар көндөҙ ҙә әүҙем, улар тәбиғи йәшәү урындарынан алыҫ урынлашҡан юлдарға, ауыл һәм ҡалаларға яҡынлаша, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә, – тип аңлата министр.

Нимә эшләргә?

Ауыл йәки ҡала урамында айыуҙы күрһәгеҙ, нимә эшләргә? Әгәр януар һеҙҙән хәүефһеҙ аралыҡта булһа, уның ҡайҙалығын шунда уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу Һәм экология министрлығына +7(347) 218-04-30 телефонына йәки полицияға 112-се номер буйынса шылтыратырға кәрәк.

Айыу менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килһә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урман хайуаны менән осрашыу тәртибен күҙәтергә ҡуша.

– Ғәҙәти хәлдә йыртҡыстар кешегә һөжүм итергә теләмәй, шуға күрә үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы алдан иҫкәртергә кәрәк. Был теләһә ниндәй тауыш булыуы мөмкин, шул саҡта януар һеҙҙең урманда икәнлегегеҙҙе алдан асыҡлай ала, өҫтәүенә, күҙмә-күҙ осрашмайынса ла, кеше барлығын тоя, шуға ситкә китә ала, – тип аңлата белгестәр.

Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, мөмкин булғанса йыртҡыс йәнлектәр йәшәгән урындарҙа яңғыҙ булырға ярамай. Был уларға һеҙҙең яҡында йөрөүегеҙҙе алдан тойоу мөмкинлеген бирә, шуға ла януарҙың һөжүмгә этәргес сәбәптәрҙе кәметә.

– Хәрәкәт иткәндә, хайуанды күҙәтеү һәм ваҡытында асыҡлау өсөн, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙан, елле ағастарҙан ситкәрәк китеү яҡшы. Әгәр һеҙ айыуҙы, бигерәк тә балаһын күрһәгеҙ, уға яҡынлашырға, фото һәм видео төшөрөргә, ашатырға ярамай, сөнки эргәлә айыу булыуы ихтимал, – тип иҫкәртәләр ведомствонан.

Айыуҙы күреп ҡалһағыҙ, унан ҡасырға ярамай – был уның эҙәрлекләү инстинктын уятыуы ихтимал.

– Айыуға арҡа менән боролмай ғына осрашыу урынынан китергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: хатта ситлектәге айыуҙар һәм башҡа хайуандар ҙа, тыштан тыныс күренеүгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡурҡыныс йыртҡыс булып ҡала, теләһә ҡайһы ваҡытта һөжүм итергә әҙер, – тип иҫкәртә белгестәр.

Шулай уҡ сүплектәр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, келәттәр, өйөрҙәр, һәләк булған хайуандар, иген культуралары (һоло) менән баҫыуҙар айыуҙарҙы йәлеп итә һәм уларҙы үҙенеке тип һанаған аҙыҡ ресурстарын һаҡлау буйынса ғәмәлдәргә этәрә. Бындай урындарҙан алыҫ торорға кәрәк.

Ауыл һәм ҡала ерҙәрендә йыртҡыстар менән осрашыуға юл ҡуймау өсөн, сүплектәрҙе һәм аҙыҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөргә, шулай уҡ йорт хайуандарына инеүҙе сикләргә (уларҙы вольерҙарҙа тоторға, төнгә биналарға ябырға, йөрөү зонаһын кәртәләргә) кәрәк.

Башҡортостан биләмәһендә – урмандарҙа, йылға, күл һыубаҫар туғайҙарында һәм башҡа урындарҙа һоро айыуҙар, бүреләр, һеләүһендәр һәм башҡа йыртҡыс йәнлектәр йәшәүен иҫтә тоторға кәрәк. Популяция эсендә биологияны һәм социаль тәртипте иҫәпкә алып, был йыртҡыстар үҙҙәрен хужа итеп тойған һәм үҙ биләмәләренә шул уҡ төрҙәге башҡа йыртҡысты индермәҫкә тырышҡан билдәле бер урындар биләй.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала. Халыҡта “айыу күп” тигән фекер ҙә йөрөй, был хаҡта ни уйлайһығыҙ, тип һораным бер һунарсынан.

– Юҡ, айыуҙар күп  түгел. Быйыл улар ас, урманда емеш-еләк юҡ. Улар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә алмай интегә. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тиҙәр бит, шуға ла улар халыҡ йәшәгән, туҡланыу өсөн ризыҡ булған урындарға яҡын барырға мәжбүр, – тине ул.

Ошо ялда ауылға ҡайтҡанда урманға бәшмәккә сыҡтым. Ысынлап та, урманда миләш ағастары емешһеҙ ултыра, шулай уҡ башҡа емеш-еләк тә күренмәй. Етмәһә, урман янғындары ла емеш-еләклектәргә, хайуандар донъяһына ҙур зыян килтерҙе. Ә бит айыуҙың да йәшәгеһе килә!

Быйыл килеп тыуған хәлдә халыҡҡа урманға сығыуҙан тыйылп торорға, мал-тыуарҙы көтөүсеһеҙ яланға ҡыумау яҡшыраҡ. Урман – айыуҙың йорто, унда – айыу хужа булғанын онотмайыҡ.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас