Экология
4 Октябрь 2023, 02:00

Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!

Улар ҙа тыуған ояһын таныймы икән?..

Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!
Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Фәнүзә Хәлитова матур яҙма һәм фото-видео менән уртаҡлашты. “Тыуған йорттары менән хушлашырға сыйырсыҡтарыбыҙ ҡайтты. Моңһоу булып китте... Сит яҡтарҙан имен генә ҡайтырға яҙһын һеҙгә, ҡошсоҡтар!” – ти яҙҙы ул. “Эйе, беҙҙекеләр ҙә йыл да ҡайтып хушлашып китәләр”, - тип өҫтәгән комментарийҙа Гүзәл Тазетдинова.

Ғәҙәттә, сыйырсыҡтар яҙғыһын кешеләр яһаған бәләкәй йортсоҡтарҙа йомортҡа һалып, ҡошсоҡтар сығара. Улар 20-21 көнлөк булһа, оянан үҙаллы осоп сыға башлай. Бәләкәстәрен тағы бер-ике аҙна ашатҡас, сыйырсыҡтар аҙыҡ күберәк урындарға, башлыса урман-ҡырға күсенә. Артабан сентябрь аҙағы, октябрь башынаса шунда булып, бергә тупланып, йылы яҡтарға юллана.

Алыҫ юлға йыйынған ҡоштарҙың үтер юлдары еңел булһын, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!

Фото: Фәнүзә Хәлитованың сәхифәһенән (https://vk.com/id94486080)

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас