Экология
19 Октябрь 2023, 05:20

Айыу балаһының да иректә йәшәгеһе килә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Ишембай районының Петровский ауылы эргәһендә аулап алынған айыу балаларының яҙмышы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. 

Айыу балаһының да иректә йәшәгеһе киләАйыу балаһының да иректә йәшәгеһе килә
Айыу балаһының да иректә йәшәгеһе килә

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Ишембай районының Петровский ауылы эргәһендә аулап алынған инә айыуҙың өс балаһының яҙмышы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Үтәк ауылы эргәһендә ике айыу балаһының эҙҙәрен күргәндәр.

Уларҙың берәүһен 17 октябрҙә тотҡандар. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев белдереүенсә, уны кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйынғандар, әммә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ йәмәғәт экологтары һорауы буйынса, ышаныс ҡағыҙы алып, иреккә ебәреү алдынан ашатыу өсөн бирелгән. Тик тайыштабан уларҙан сосораҡ булып сыҡҡан - ваҡытлыса тотоу вольерынан ҡасҡан. Инспекторҙар тирә-яҡта патруллек итә, әммә әлегә ҡасҡалаҡтың эҙенә төшә алмайҙар. "Фәндә һигеҙ-туғыҙ айлыҡ айыу баларының тәбиғәттә үҙаллы ҡышлай алыуы иҫбат ителгән", - ти Камил Бирғулиев. 

Ни хәл итәһең инде, айыуҙың да иректә йәшәгеһе килә шул. Ҡасҡалаҡтың имен-аман ҡышлауын теләйек. 

Фото: Башкирия Online. 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас