

Хәйбулла районының Өфө ауылы халҡы экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ауыл эргәһендәге яратҡан шишмәләренең тирә-яғын тәртипкә килтергән улар. Ошондай файҙалы эштәрҙе башлап йөрөүсе Зөлфиә Юлдашева өмәне һәйбәт ойошторған. Алдан төрлө кәрәк-яраҡты әҙерләп, шишмәнең тимер ҡапҡасын, ял итеү урынын, уратып алған ҡойманы эсле-тышлы буяп ҡуйғандар.
Эш араһында өйҙән килгән тәмлекәстәр менән шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеү үҙе бер күңелле байрамға әүерелгән.
- Дәртле йырҙар йырлашып, уйнап-көлөп ултырған ваҡыттар һалҡын ҡыш көндәрендә иҫкә алып һөйләрлек хәтирә булып, күңелебеҙҙә һаҡланыр, - ти өмәселәр.
Ауыл йәмен арттырып, тәмле һыулы шишмәләрҙең тирә-яғын тәрбиәләп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартып, сихәтле һыуҙарын эсеп, ҡыуанып йәшәргә саҡыра Өфө халҡы.
Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре”.