

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” республика акцияларына йомғаҡ яһалды.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 23 сентябрҙән 7 октябргә тиклем үтте. Унда 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тематик саралар сиктәрендә 46 аллея, 7 мең ҙур ағас һәм 77 мең үҫенте ултыртылған. Шулай уҡ муниципалитеттарҙа компенсациялы йәшелләндереү үткәргәндәр. Быйыл көҙ алдан ултыртылған 8 мең ағас алмаштырылған.
“Йәшел Башҡортостан” менән бергә төбәктә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы ла үтә. Көҙгө эштәр 15 сентябрҙән башланғайны. Быйыл проектта ҡатнашыусылар ағас ҡына ултыртып ҡалмай, ә биләмәләрҙе таҙарта, алдан ултыртылған ағастарҙы ҡарай. Бөтәһе район һәм ҡалаларҙа 80 мең кеше 1300 гектарҙа 4,5 миллион үҫенте ултыртҡан.
– Ҙур сараларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районында Подлубово ауылы янында үтте. 4 меңдән ашыу ҡарағас үҫентеһен ултыртыуҙы Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнанылар, – тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Башҡортостан Башлығы акцияла ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәт әйтте, ә муниципалитеттарға ултыртылған үҫентеләрҙе ҡарарға ҡушты.
– Шәп эш. Бындай саралар кешеләргә лә ҡыҙыҡ. Беҙ тематик аллеялар булдырыу һәм ҙур ағастар ултыртыуға күстек, йәшеллек әленән ҡыуандырып торорға тейеш. һәм, әлбиттә, урмандарҙы тергеҙеүҙе лә дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.