Экология
28 Октябрь 2023, 03:00

Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән

Был ҡәҙәре "тәмлетамаҡ" ҡоштарҙы күҙәтеүе бик ҡыҙыҡ...

Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткәнСуҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән

Бөрйән районына суҡтурғайҙар (мышар турғайы тип тә йөрөтәләр) тубы “ҡунаҡҡа” төшкән. “Башҡортостан” милли паркы”ның “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡоштар тубының йылы яҡтарға осоу барышында ял итеү өсөн Ырғыҙлы ауылына туҡталыуы тураһында хәбәр ителә. Был ҡәҙәре суҡтурғайҙарҙы күҙәтеү ҡыҙыҡ күренеш.

“Ботаҡтарҙа ҡабарынып ултыралар, йырҙарын һуҙалар. Суҡтурғайҙар миләште ныҡ ярата. Бына был юлы ла ҡоштар өйөрө ағасты ҡаплап алып, күңелле табын ойошторҙо. Улар ашыға-ашыға, әйтерһең дә, кем күберәк ашай ала, тигән һымаҡ ярыша-ярыша ҡомһоҙланып, ал емештәрҙе сүпләне лә сүпләне...”

 Фото: “Башҡортостан” милли паркы һәм bangkokbook.ru

 

 

Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас