Экология
21 Ноябрь 2023, 06:30

Был урын ҡайҙа тип уйлайһығыҙ?

Колхоздарҙың гөрләп торған сағы, ерҙең һәр бер өлөшө ҡәҙерле булған...

Был урын ҡайҙа тип уйлайһығыҙ?Был урын ҡайҙа тип уйлайһығыҙ?
Был урын ҡайҙа тип уйлайһығыҙ?

Ейәнсура районы Ҡарғалы ауылынан өс-дүрт саҡрым йыраҡлыҡта Байсәләм тигән ауыл булған. Шул ауылда Шәрифулла Әхмәтшәриф улы Сөләймәнов йәшәгән. Колхоздарҙың гөрләп торған сағы, ерҙең һәр бер өлөшө ҡәҙерле булған.

Яҙ етеү менән ауыл тирәһен һөрөп иген сәскәндәр. Баҫыу ерҙәрен тапамаһындар өсөн йәйгелеккә Шәрифулла бабай малдарын яланға ҡыуа торған булған. Шунда ҡыуыш ҡороп, йәй буйына тормош иткән. Йәшәү сығанағы булып иң беренсе һыу тора. Шуға күрә бабай эҙләнеп йөрөй торғас, өс ҡайын үҫеп ултырған урынға тап була.

Ысынлап та ҡайындар төбөндә шишмә башы була. Шул ваҡыттан алып шишмәне ҡоротмай, һаҡлап ҡалып, ололап "Шәрифулла бабай ҡойоһо" тип әйтәләр.

Автор һәм фото сығанағы: https://vk.com/wall-73607076_21613

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас