Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Декабрь 2023, 16:30

Сүп-сар ваҡытында сығарыласаҡ

Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә көнкүреш ҡалдыҡтарын - көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа өс көнгә бер тапҡыр сығарасаҡтар.

Сүп-сар ваҡытында сығарыласаҡ
Сүп-сар ваҡытында сығарыласаҡ

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн 415 берәмек техника йәлеп ителә. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

– Халыҡтың ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә йыйған ҡалдыҡтарын көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа өс көнгә бер тапҡыр сығарасаҡтар, – тине Нияз Фазылов. – Төбәк операторҙары яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең дежурлығын, колл-үҙәктәрҙең эшен, “ГЛОНАСС” системаһы һәм “ТКО-Башҡортостан 2.0” дәүләт мәғлүмәт системаһы мәғлүмәттәренең мониторингын ойоштора.

31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем төбәк операторҙары етәкселәре менән көн һайын онлайн-кәңәшмәләр үткәрелә. Унда ҡала һәм район хакимиәттәренең етәкселәре ҡатнашасаҡ

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: