Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Декабрь 2023, 20:20

Айыу ниңә һаман йоҡламай?

Көс-ғәйрәте ташып тора, боланды еңел генә күтәреп һелтәп ҡуйҙы

Айыу ниңә һаман йоҡламай?
Айыу ниңә һаман йоҡламай?

Быйыл "айыуҙар йылы" булды тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Тайыш табандар айырыуса әүҙем булды, тораҡ пункттарға йыш килде, хатта кешеләргә лә ташланды. Экологтар ҙа, һунарсылар ҙа айыуҙарҙың был аҙымын "урманда аҙыҡ етмәүгә бәйле" тип аңлатты. Көслө янғындарҙың да йоғонтоһо булғандыр. 

Мәғлүм булыуынса, айыу ҡышҡылыҡҡа май йыйып, йоҡоға тала. Быйыл иһә ҡышын да урманда ҡаңғырып аҙыҡ эҙләгән тайыш табандар осрай. Яңыраҡ социаль селтәрҙә сираттағы видеояҙма ошо хаҡта ине - айыу юл уртаһында боланды йығып, юлдың ситенә һөйрәп алып китә. Үҙе юлда туҡтап торған транспорттан да ҡурҡмай бит әле. Айыу - урман хужаһы, тип дөрөҫ әйтәләр икән. Көс-ғәйрәте ташып тора, боланды еңел генә күтәреп һелтәп ҡуйҙы. Ҡай саҡта ҡораллы һунарсылар ҙа уларҙы осратһа, юғалып ҡала, тиҙәр бит. Юҡҡа түгел икән.

Беҙгә иһә киләһе Аждаһа йылы мул килһен, урманда кейек-хайуандарға етерлек аҙыҡ булһын, айыуҙар ҙа, илебеҙ ҙә тыныс булһын, тип теләргә ҡала. Әммә урманға барғанда унда йәшәгән тайыштабандан һаҡланыу сараһын күрергә кәрәк, уның тәү сиратта йыртҡыс булыуы хаҡында онотмайыҡ.

Фото: скриншот. 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: