Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Ғинуар , 09:00

Тағы һыуыта...

Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы төндә -32 градусҡаса етеүе күҙаллана. 

Тағы һыуыта...
Тағы һыуыта...

Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан сағыштырмаса йылы, епшек ҡарлы һауа торошо һалҡын көндәр менән алмашына. Йомала һәм шәмбелә көндөҙ һауа температураһы - 17...-21, төндә -21...-26 градусҡаса һыуыта. Йәкшәмбелә, 7 ғинуарҙа, бер аҙ йылыта: көндөҙ - 9...-12 градус. 

Артабан 8-9 ғинуарҙа тағы ла һыуыҡ көндәр көтөлә: көндөҙ -26...-30, төндә ҡайһы бер райондарҙа -32 градус. 

Көндәр һыуытыу сәбәпле, яуым-төшөм кәмей. Йәкшәмбелә бер аҙ ҡар яуыуы күҙаллана. 

Фото: gorodglazov.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: