Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Ғинуар , 18:00

Көндәр һыуытты

Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы төндә -32 градусҡаса етеүе мөмкин. 

Көндәр һыуытты
Көндәр һыуытты

Башҡортостанда тәүге эш аҙнаһында ҡаты һыуыҡтар көтөлә, тип хәбәр итә Башҡортостандың гидрометеорология идаралығы.

Бөгөн, 8 ғинуарҙа, төндә республикала, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -22, -27 градус, аяҙытҡанда -32-гә тиклем һыуыта, республиканың көньяғында -18-гә тиклем, көндөҙ -21, -26, республиканың көньяғында -16 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы көтөлә.

Автомобиль юлдарында төндә һәм иртәнсәк томан ваҡытында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ.

Шишәмбе, 9 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын. Һауа температураһы төндә 22 градустан -27 градусҡаса һалҡын, урыны менән 32 градусҡаса, көндөҙ 16-21 градус һалҡын, урыны менән 26 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы ихтимал.

Шаршамбы, 10 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын. Һауа температураһы төндә -25, -30, урыны менән -35 күрһәтә, көндөҙ -20, -25, урыны менән -30 градусҡа тиклем һыуыҡтар булыуы көтөлә.

Күрәһең, Раштыуа һалҡындары киелп еткәндер, күрәһең... Ә һеҙҙең яҡтарҙа көндәр һыуыттымы?

Юлға сығыусыларға йылыраҡ кейенергә кәңәш итәбеҙ!

Фото: Сәлимә Байгилдина

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: