Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Ғинуар , 18:50

Хәүефһеҙлек һәм экология өсөн

Иглиндә Рәсәйҙәге тәүге медицина ҡалдыҡтарын үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу буйынса экозаводтың эшенә старт бирелде. 

Хәүефһеҙлек һәм экология өсөн
Хәүефһеҙлек һәм экология өсөн

22 ғинуарҙа аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Рәсәйҙә тәүге медицина ҡалдыҡтарын үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу буйынса экозаводтың эшенә старт бирҙе. Ул Иглин районында төҙөлгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың мартында “Инвестиция сәғәт”тәренең береһендә “Стериум Сервис” компанияһының проектын хупланылар. Предприятие республикала “Б” класлы медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу өсөн модулле комплекс төҙөү башланғысы менән сығыш яһаны.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, йыл һайын республиканың 5 мең медицина учреждениеһы 30 мең тоннанан ашыу медицина ҡалдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Был күләмдә төрлө инфекциялар йоҡтороу хәүефе янаған “Б” класлы ҡалдыҡтар 7 мең тоннанан ашыу тәшкил итә. Улар – бер тапҡыр ҡуллана торған шприцтар, тамсы системалары, ҡулланылған бирсәткәләр һәм бәйләү материалдары, операция блоктарындағы органик ҡалдыҡтар һәм башҡалар.

 – Элегерәк уларҙы медицина хеҙмәткәрҙәре туранан-тура учреждениеларҙа эшкәрткән. Медицина ҡалдыҡтарын махсус подряд ойошмалары сығарған, ләкин ҡайһы берҙәренең намыҫһыҙлығы урман массивтарында һәм гараждарҙа законһыҙ сүплектәр барлыҡҡа килтерҙе, – тине Нияз Фазылов. – Мәсьәләне хәл итеү өсөн “Б” класлы зарарһыҙландырылмаған ҡалдыҡтарҙы һаулыҡ һаҡлау объекттарынан яңы завод биләмәһенә законлы тапшырыу механизмын әҙерләнек.

Комплекс һынау үткән һәм ҡалдыҡтарҙың пилот партияһын эшкәрткән. Үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу системаһын индереү һөҙөмтәһендә урта һәм кесе медицина персоналының профилле булмаған хеҙмәт сығымдары ҡыҫҡартылды, уларҙың именлеге күтәрелде.

– Шәфҡәт туташтарының “Б” класлы ҡалдыҡтар менән эш иткәндә башҡарған манипуляциялары ете тапҡырға кәмене, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Роберт Иштуков. – Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренең хәүефле ҡалдыҡтар менән тура бәйләнеше юҡҡа сығарылды.

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, видеобәйләнеш аша предприятиены тулы ҡеүәтенә эшкә ҡушыу 28 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне.

“Стериум Сервис” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Подсекин республиканың идара итеү командаһына хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ тағы бер районда “Б” класлы медицина ҡалдыҡтарын зарарһыҙландырыу өсөн модулле комплекс асыу пландары хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвесторҙың башланғысын хупланы һәм Александр Подсекинды киләһе проект менән “Инвестиция сәғәте”ндә таныштырырға саҡырҙы.

– Командабыҙға ышанғанығыҙ, эшләү мөмкинлегебеҙгә ышанғанығыҙ өсөн рәхмәт. Икенсе сиратты алға ебәрергә теләүегеҙҙе ишетеү бик ҡыуаныслы. Һеҙҙе йәнә “Инвестиция сәғәте”ндә көтәбеҙ, унда бюрократик процедураларҙы тиҙләтергә тырышырбыҙ,– тине Радий Хәбиров. – Һис шикһеҙ, был йүнәлеште үҫтерергә кәрәк. Шуға күрә ваҡытты һуҙмағыҙ. Проектты эшләгеҙ, ә беҙ ярҙам итербеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: