Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Ғинуар , 16:30

Вәхшиҙәрсә алтын сығарыусыларҙың башбаштаҡлылығы туҡтатылды

Радий Хәбиров тәбиғи ҡаҙылмалар сығарыу баҙарында тәртип урынлаштыра

Вәхшиҙәрсә алтын сығарыусыларҙың башбаштаҡлылығы туҡтатылды
Вәхшиҙәрсә алтын сығарыусыларҙың башбаштаҡлылығы туҡтатылды

Башҡортостанда алтын сығарыу компанияларының биш етәксеһе тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙған өсөн суд алдына баҫасаҡ, ә башҡа алтын сығарыусылар Урал аръяғы тәбиғәтенә зыян килтергән өсөн 35 миллиард һум күләмендә аҡса түләйәсәк. Аҡса республика ҡаҙнаһына йүнәлтелә. Башҡортостандың законһыҙ алтын ҡаҙыусыларға ҡаршы көрәш тәжрибәһе бөтә ил буйлап таратыласаҡ.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов фекеренсә, хәҙер, БР властары алтын сығарыу баҙарында тәртип урынлаштыра башлағас, “һибелмә алтын сығарыусы башҡа компаниялар законды боҙорға кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында ҡаты уйланасаҡ”.

 

“Килтергән зыян өсөн түләтеп булырына бер кем ышанмай ине”

Роман Болотов һүҙҙәренсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров алтын сығарыу баҙарын цивилизациялы нормаларға килтереү инициаторы булып тора.

– 2020 йылда Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия булдырырға тәҡдим итте. Унда, чиновниктарҙан тыш, тәбиғи ҡаҙылмаларҙы вәхшиҙәрсә сығарыуға ҡаршы тороу өсөн бөтә күҙәтеү, контролдә тотоу һәм көс ведомстволары инде, – тине Роман Александрович. – Был бик дөрөҫ ҡарар булды, бөгөн иһә эштең һөҙөмтәһе бар. Комиссия ойошторолған ваҡытта Башҡортостанда һибелмә алтын сығарыуға лицензиялы 60 предприятие булһа, бөгөн уларҙың һаны 47-гә төшкән, йәғни 13 лицензия ғәмәлдән сығарылған. Был бик күп, дөйөм һандың 20 процентын тәшкил итә. Шуны аңлағыҙ: лицензияларҙы ”Роснедра” федераль ведомствоһы бирә, шуға алтын сығарыусыларҙың лицензия талаптарын һәм тәбиғәтте һаҡлау закондарын аяуһыҙ боҙоуын Мәскәүҙә иҫбатларға кәрәк ине.

Шулай уҡ судтарҙа алтын ҡаҙыусыларға Урал аръяғы тәбиғәтенә килтерелгән 35 миллиард һумлыҡ зыянды түләтеүҙе талап иткән дәғүәләр ҡарала.

– Бөгөн мөлкәт комплекстары һәм был предприятиеларҙағы өлөштәре ҡулға алынған, – тип аңлатты Роман Болотов. – Был предприятиеларға, ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, банкротлыҡ тыйылған, йәғни һорауҙар аҙағына тиклем хәл ителәсәк. Бындай тәжрибә бар ҙа инде. Бер нисә йыл элек, Башҡортостан властары ошо йүнәлештә тәртип урынлаштыра башлағанға тиклем, алтын сығарыу предприятиеһынан зыянды түләтергә мөмкин булыуына бер кем дә ышанманы. Суд процестары йыл ярым дауам итеүенә ҡарамаҫтан, 600 миллион һумдан ашыу аҡса тартып алынды.

Роман Болотов белдереүенсә, лицензияларҙа алтын сығарыусыларҙың тәбиғәтте һаҡлау буйынса бурыстары аныҡ яҙылған, әммә элек күп кенә компаниялар, был баҙарҙың контролдән тыш һәм күҙәтеүһеҙ булыуынан файҙаланып, ысын вәхшиҙәрсә ҡыланып, үҙенән һуң “ҡоро” ер ҡалдырған.

– Әлбиттә, урындағы халыҡ ер аҫтын файҙаланыусыларҙың бындай ҡылыҡтарына асыулана, – тигән фекерҙә ул. – Әгәр элегерәк баҫыуҙарҙа һыйырҙар көтөүҙә йөрөһә, бөгөн унда ер ҡаҙылып бөткән, соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Хатта мал-тыуар, ошо соҡорға төшөп китеп, тояҡтарын һындырған осраҡтар ҙа булды.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Радий Хәбировҡа ”был баҙарҙа тәртип урынлаштыра башлау өсөн батырлыҡ кәрәк ине”  тип билдәләй.

– Ойошманың лизенцияһын ғәмәлдән сығарыу өсөн ҙур эштәр башҡарылыуын күптәр белмәй,– тип аңлатты ул. Күҙ алдына килтерегеҙ: эш судҡа китә, апелляция, кассация үтә... Ҡарар законлы көсөнә ингәнгә тиклем йыл ярым, ике йыл үтә. Ошо ваҡыт эсендә алтын сығарыу компанияһы ниндәйҙер процессуаль боҙоуҙарға юл ҡуйған урындарҙы эҙләй һәм беҙҙең ғәмәлдәрҙе кире ҡағырға өмөтләнә. Әммә тәртип урынлаштыра башлағас, шунда уҡ республика бюджетының килем өлөшө артты. Беҙ быны тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһау өсөн түләү буйынса күрәбеҙ.

 

“Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре үк лицензиянан баш тарта”

 

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы етәксеһе, Радий Хәбиров ойошторған ведомство-ара комиссия – тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙоусыларға ҡаршы көрәштә бик һөҙөмтәле ҡорал, тип иҫәпләй.

– Әгәр ҙә ниндәйҙер ялыу килһә, беҙ ведомство-ара комиссияға предприятие вәкилдәрен саҡырабыҙ, – ти ул. – Етәкселәр килеп, нимә эшләйәсәген аңлата, юл картаһын килтерә, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы бөтөрөү өсөн ваҡыт билдәләнә. Әгәр ведомство-ара комиссия ҡарарҙары үтәлмәһә, лицензия ғәмәлдән сығарыла. Бөгөн ҡайһы бер ойошмалар, ошо баҙарҙа азатлыҡтың тамамланыуын аңлап, үҙҙәре үк алтын сығарыу лицензияһынан баш тарта.

Роман Болотов Башҡортостанда тәбиғи таш һәм ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығарыу менән дә шундай уҡ хәл булыуын иҫкә төшөрҙө. Һөҙөмтәлә тиҫтәләгән карьер ябылды һәм рекультивацияланды.

– Ер аҫтын файҙаланыусылар йыш ҡына юлдарҙы емерҙе, ә һуңынан карьерҙарҙы рекультивацияһыҙ ҡалдырҙы, – ти Роман Александрович. – Был проблемаға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та иғтибар итте. Шул саҡта ул республиканың Экология министрлығына дотацияларҙы арттырҙы. Был – бик кәрәкле сара, сөнки беҙ ҡаҙылған файҙалы ҡаҙылмаларҙың күләмен һәм килтерелгән зыянды иҫәпләргә сығабыҙ, ә бының өсөн маркшейдерҙар һәм эксперттар йәлеп ителә. Экология министрлығы өсөн пилотһыҙ аппараттар һатып алынды, йәғни объектив контроль үткәрелә. Улар беҙгә хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәр итә, беҙ шунда уҡ прокуратураға мөрәжәғәт итәбеҙ. Артабан прокуратура һәм Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә законһыҙ ғәмәлдәрҙе туҡтатырға сығабыҙ.

Роман Болотов “Рәсәй Федерацияһының бер субъекты ла ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыуы менән маҡтана алмай” тип белдерҙе.

– Башҡа субъекттар Башҡортостандан өлгө ала, – тине ул. – 2022 йылда Рәсәй Федерацияһының Роснедра етәксеһе менән ведомство-ара комиссия эше үткәрелде: улар Башҡортостан тәжрибәһен башҡа төбәктәргә тарата башланы.

Алтын сығарыу өлкәһендә коррупцияға юл ҡуйылыуға һәм ҙур аҡса әйләнеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан властары артабан да был баҙарҙы намыҫлы һәм асыҡ итергә ниәтләй.

– Алтын – ҡиммәтле металл, ул Рәсәй Федерацияһының стратегик запастарына китә, – тип аңлатты Роман Болотов. – Уны килдең дә ҡаҙа башланың түгел: бының өсөн лицензия алырға, бөтә килешеү комиссияларын үтергә, район башлығының ризалығына өлгәшергә, ер майҙанын икенсе категорияға күсерергә кәрәк... Алтынды сығарыу буйынса аныҡ регламенттар бар. Хәҙер Башҡортостанда ошо баҙарҙа ҡатнашыусылар был талаптарҙы үтәмәгәндәрҙең лицензиялары ғәмәлдән сығарылыуын аңлай. Әгәр предприятиеның вазифалы кешеләре, лицензия килешеүенә ярашлы, нимә эшләргә тейешлеген белеп тә, был талаптарҙы үтәмәй икән, улар енәйәт эше фигуранттарына әйләнә.

 

“Юҡтан енәйәт эше асылмай”

Бөгөн Башҡортостанда Урал аръяғында тәбиғәтте һаҡлау ҡанундарын тупаҫ боҙған алтын сығарыу компанияларына ҡаршы биш енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар көтөүлектәрҙе юҡҡа сығарған, йылғаларға бысраҡ ағыҙған, йыһазландырылмаған майҙансыҡтарҙа ҡалдыҡтар өйөп ҡалдырған, тупраҡтың уңдырышлы ҡатламын алып ташлаған, теләгән ерҙәрендә ҡаҙынған, ерҙе рекультивацияламаған. Тиҙҙән Тәфтиш комитеты ғәйепле кешеләрҙе асыҡлаһа, улар суд алдына баҫасаҡ.

– Юҡҡа ғына енәйәт эше асылмай, – тип аңлатты Роман Александрович. – Вәхшиҙәрсә алтын сығарған предприятиеларға ҡарата биш енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тәүҙә предприятиены тәбиғәтте һаҡлау закондарын боҙған өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттыралар, һуңынан йыйылған материалдарҙы прокуратура өйрәнә, хоҡуҡ боҙоусының ғәмәлдәренә хоҡуҡи баһа бирә, артабан иһә енәйәт эше ҡуҙғатыла. Лицензия участкаһы сиктәренән сығырға ҡушҡан һәм тәбиғәткә зыян килтергән ғәйепле вазифалы кешеләрҙе асыҡлағас, улар, эш башҡарғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, РФ Енәйәт кодексының 246-сы статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк. Енәйәт ҡануниәтенең был статьяһы шулай уҡ биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙе лә күҙ уңында тота.

Роман Болотов әйтеүенсә, уҙған йылда прокуратура 10 ойошмаға ҡарата тикшереүҙәр үткәргән.

– Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәре эксперт сифатында сығыш яһаны, – тип һөйләне ул. – Был предприятиеларҙың барыһы ла административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Яңы йыл алдынан Федераль именлек хеҙмәте менән берлектә рейдтар һәм төрлө саралар үткәрелде. Беҙ ҡайҙа сығырға икәнен белеп торабыҙ: ерҙең уңдырышлы ҡатламын юҡ иткән һәм вәхшиҙәрсә алтын сығарған ”ҡара ҡаҙыусылар”ҙы тоттоҡ. Ғәйепле кеше енәйәт өҫтөндә тотолдо, барыһы ла теркәлде.

 

“Псевдоэкологтар факттарҙы үҙгәртә”

Роман Александрович хәтерләүенсә, Баймаҡ районында намыҫһыҙ алтын сығарыусылар проблемаһы киҫкен күтәрелеп, Башҡортостан властары тәртип урынлаштыра башлағас, тәүге сиратта урындағы халыҡтың булышлыҡ итеүен тоялар.

– Мин шуны әйтергә теләйем: әгәр эштәр ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы башҡарылһа, ер аҫтын файҙаланыусыларға ҡаршы бер кем дә сығыш яһамаясаҡ, –  тип аңлата ул. – Улар асыҡтан-асыҡ эшләһә, кешеләр алтындың нисек сығарылыуын, уның ҡайҙа киткәнен, дәүләттең күпме һалым алыуын аңлай.

Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы башлығы һүҙҙәренсә, ҡайһы бер ваҡытта урындағы халыҡты ”псевдоэкологтар” борсой.

– Һәр теләгән кеше үҙен йәмәғәтсе тип атай ала, – тип борсола ул. – Тик, үкенескә ҡаршы, һәр йәмәғәтсенең дә ниәттәре изге түгел. Ысынлап та, берәй нимәнең үҙгәреүен теләгән кешеләр бар, һәм улар ошо эштә ярҙам итә. Тик әлеге ваҡытта кире йүнәлеш бар – улар факттарҙы үҙгәрткән псевдоэкологтар. Был хәл тиҙҙән юҡҡа сығасаҡ, шөкөр, тип әйтергә теләйем, сөнки был – үҙенә күрә экологик терроризм. Беҙ уларҙың үҙ-үҙен көйләгән ойошмалар булдырыуын һәм предприятие етәкселәренә аҡса күсереүҙе талап итеп барыуын беләбеҙ. Был – йәшерен аҡса талап итеү. Дәүләт тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ҙур эш башҡара, әммә был хаҡта ҡысҡырмай. Күҙәтеү һәм контроль механизмдары иһә үҙ файҙаһын күҙәтеү маҡсатында үҙенән-үҙе генә эшләмәй.

Роман Болотов фекеренсә, урындағы халыҡҡа ҡайһы берҙә кире бәйләнеш етмәй.

– Район башлыҡтары йыш ҡына эштәрен еренә еткереп башҡармай: күпме енәйәт эше ҡуҙғатылыуы, нимә эшләнеүе, ниндәй зыян килтерелеүе тураһында мәғлүмәт еткермәй, – тип һанай Роман Болотов. – Улар был эшмәкәрлекте яҡтыртырға тейеш һәм халыҡ ниндәй предприятиеларҙың закон боҙоуын булыуын, ә ҡайһылары намыҫлы эш итеүен белергә тейеш. Рекультивация үткәрелергә, лицензия алғандан алып эштәр тамамланғанға тиклем барыһы ла асыҡ һәм аңлайышлы булырға тейеш.

 

Вера БЕЛОВА

 

Фото: mk.ru архивынан.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: