Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Февраль , 07:00

Әллә яҙ иртә килергә уйлаймы?

Күп урындарҙа 0 градус, хатта +3-кә лә етеп ҡуя. Тамсылар тама, күңелле! Әммә ҡыштың йылы көндәре оҙаҡ дауам итерме икән? 

Әллә яҙ иртә килергә уйлаймы?
Әллә яҙ иртә килергә уйлаймы?

Февраль йылы ғына көндәре, епшек ҡары, ҡыйыҡтан тамған тамсылары менән башланды. Республика биләмәһендә көндөҙгө һауа температураһы башлыса 0 градус тирәһе тәшкил итә. Үҙәк райондарҙа, айырыуса Өфөлә көн үҙәгендә +1...+3 градусҡа ла етеп ҡуя. Әммә йылы көндәр оҙаҡ тормаясаҡ: аҙна аҙағына ҡарай һыуыта. 

Йомала республика биләмәһендә -10...-13 градусҡа тиң һалҡынса көндәр урынлашасаҡ, шәмбелә урыны менән -16-ға ла етәсәк. 

Шулай, ҡыш ҡышлығын итә, әммә яҙға ла күп ҡалманы. Көндән-көн сағыуыраҡ балҡыған ҡояш та, көндәрҙең оҙонайыуы ла күңелгә йылылыҡ биргәндәй. 
Хәйерле матур көн һеҙгә, дуҫтар! Күңелегеҙ көр, донъяғыҙ имен булһын! 

Фото: krasivoe-foto.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: