Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Февраль , 08:00

Рәмзиә 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға

Биҙәнгестәргә иҫем китмәй, миңә ҡармаҡ ҡына булһын, ти ул. 

Рәмзиә 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға
Рәмзиә 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға

Рәмзиә Мифтахетдиноваға - 56 йәш, ул 25 йыл балыҡ тотоу менән мауыға. Биҙәнгестәргә иҫем китмәй, миңә ҡармаҡ ҡына булһын, ти ул.

Рәмзиә үҙен ҡышҡы балыҡсы тип атай. Йәй көндәрен яратҡан шөғөлөнә сарыф итмәй, сөнки йәйгеһен ҡатын-ҡыҙҙың мәшәҡәттәре тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Балыҡсы ханымдың эш урыны ла ғәҙәти түгел - ул ҡала зыяратында эшләй.

– Балыҡ тотоу - ирҙәр шөғөлө, тип әйтеүселәр менән килешмәйем. Хоккей, футбол да ирҙәр уйыны, әммә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа уйнай, - ти Рәмзиә ханым.

Һеҙҙең арала балыҡ тоторға яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар бармы?

Фото һәм текст сығанағы: "Сәләм" телеканалы (https://vk.com/telekanal_salyam). 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: