Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Февраль , 10:00

Урманда бандиттар тотолған

Килтерелгән зыян күләме 320 мең һум тәшкил иткән.

Урманда бандиттар тотолған
Урманда бандиттар тотолған

Туймазы районында Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторы һунарсылыҡ ҡағиҙәләрен үтәү буйынса күҙәтеү буйынса рейдҡа сыҡҡанда ике ҡоралайҙы атҡан урынға юлыға.

Браконьерҙар йәнлектәрҙе аулау өсөн транспорт сараһы ла ҡуллана. Йәнлектәрҙе атҡан ерҙә ҡаргиҙәр эҙҙәре, ҡан һәм тире ҡалдыҡтары тороп ҡала. Әлеге мәлдә Туймазы районы буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ҡоралайҙарҙы атҡан браконьерҙарҙы эҙләй.

Өфө районында үткәрелгән ошондай уҡ рейд мәлендә иһә экологтар ҡоролайҙарҙы атҡан браконьерҙарҙы енәйәт урынында тотҡан.

Камил Биргулиев, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары:

- Дәүләт инспекторҙары Шишмә һәм Өфө райондары сигендә тәүҙә атыу тауыштары ишетә. Шунда уҡ тауыш сыҡҡан яҡҡа юллана. Улар көнбағыш баҫыуында ике яралы ҡоралайға юлыға. Браконьерҙар ҡасып өлгөрә, шулай ҙа алыҫ китә алмайҙар. Инспекторҙар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уларҙы тота.

Шуны билдәләп үткем киле: Өфө районында һунар бөтөнләй тыйылған. Ә ҡоралайҙар аулау ваҡыты 10 ғинуарҙа уҡ тамамланған. Һунарсылыҡ ресурстарына килтерелгән зыян күләме 320 мең һум тәшкил итте.

Фотолар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.

Урманда бандиттар тотолған
Урманда бандиттар тотолған
Урманда бандиттар тотолған
Урманда бандиттар тотолған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: