Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Февраль , 16:00

Дөрөҫөн әйткәндә...

Шулай итеп, яҡын арала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу экологияһы өлкәһендә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк? Ҡаҙылған биләмәләрҙе рекультивация көтәме? Урындағы халыҡтың ниндәй мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға кәрәк һәм кем уларҙы яҡлау менән шөғөлләнә?

Дөрөҫөн әйткәндә...
Дөрөҫөн әйткәндә...

Тәбиғәткә килтерелгән зыян өсөн миллиард һум штрафтар, енәйәт эштәре, лицензияларҙан мәхрүм итеү һәм яңыларын алыу өсөн мораторийҙар, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙы экологияны һәм законды үтәргә мәжбүр итеү. Бер нисә йыл элек властар тиҫтә йылдар буйына Урал аръяғы ер аҫтын вәхшиҙәрсә эшкәртеү менән шөғөлләнгән намыҫһыҙ ҡаҙыусыларға етди тотондо. Яуаплы кешеләр менән ”Дөрөҫөн әйткәндә” тапшырыуында Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләһен ентекле тикшерәбеҙ.

Шулай итеп, яҡын арала ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу экологияһы өлкәһендә ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк? Ҡаҙылған биләмәләрҙе рекультивация көтәме? Урындағы халыҡтың ниндәй мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға кәрәк һәм кем уларҙы яҡлау менән шөғөлләнә? Алтын сығарыу өсөн лицензияны кем бирә һәм ни өсөн уларҙы ғәмәлдән сығарыуҙары мөмкин? Ресурстар сығарыу буйынса бизнес ниндәй социаль йөкләмә алырға тейеш һәм республика халҡы өсөн унан ниндәйҙер файҙа бармы?

 

Фото: видеонан скриншот

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: