Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Март , 19:05

Алтын сығарыусылар законға ярашлы эш итергә тейеш

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Башҡортостанда алтын сығарыусыларҙың тәртипһеҙлеген туҡтатыу буйынса эштәрҙе башҡарыуын дауам итә.  

Алтын сығарыусылар законға ярашлы эш итергә тейеш
Алтын сығарыусылар законға ярашлы эш итергә тейеш

Әммә был эш һөҙөмтәһендә республикала бөтөнләй алтын сығарыусылар һәм башҡа ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар ҡалмаясаҡ тигән иллюзиялар тыуҙырырға ярамай. Уларҙың бурысы – федераль һәм урындағы закондарҙа күптән инде яҙылған талаптарға ярашлы цивилизациялы эшләргә мәжбүр итеү. Хәҙер ведомство-ара комиссия үҙенең эшмәкәрлегенең икенсе этабына күсә. Беренсеһендә закон боҙоусыларҙан ҡотолоу һәм улар килтергән зыянды ниндәйҙер кимәлдә ҡаплау бурысы тора ине. Һөҙөмтәлә – 13 ғәмәлдән сығарылған лицензия һәм  күп миллионлы дәғүәләр.

1 мартта Учалыла Азамат Абдрахманов үткәргән сираттағы ултырышта ведомство-ара комиссияның үҙ хаталарын ишетергә һәм төҙәтергә әҙер булған кешеләр менән генә эш итергә күсәсәге билдәле булды. Асыҡланыуынса, килгән компанияларҙың береһе лә талаптарҙы тулыһынса үтәмәгән, тик шулай ҙа “Гдк Алтын Яр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек бик ыңғай миҫалдар ҙа бар. Башҡортостанда теркәлгән ойошма үҙенең “эшләнмәләренең” бер өлөшөн рекультивациялаған да инде. “Гдк Алтын Яр” социаль планда ла яуаплы, ваҡыт-ваҡыты менән районға ярҙам күрһәтә, ә хеҙмәткәрҙәрҙең төп өлөшө – урындағы халыҡ.

Шуны билдәләргә кәрәк: баҙарҙа ҡалған алтын сығарыусыларҙы бер урынға йыйып, уларға артабан ниндәй шарттарҙа эшләй алыуҙарын аңлаттылар – рөхсәт ителгән урындарҙа ғына ҡаҙып, закон буйынса үҙеңдең артыңдан “таҙартаһың” һәм социаль йөкләмәләр тураһында ла онотмайһың. Риза булмағандар иң яҡшы осраҡта лицензияны тартып алыу менән ҡотоласаҡ. Үҙ позицияларын нығытыу өсөн ведомство-ара комиссияға федераль күҙәтеү органдары ярҙам итә. Барыһы ла дөрөҫ йүнәлештә бара. Хәҙер уларға бер аҙ тиҙлекте арттырырға, ә иң мөһиме, ҡағиҙәнән ситләшеүҙәрҙән ҡасырға кәрәк. Закон алдында барыһы ла тигеҙ булғанда тәртип урынлаштырыу яҡшы.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: