Бөтә яңылыҡтар
Экология
2 Апрель , 09:00

Айыуҙар уяна башланы

Ағиҙел яры буйлап йөрөп ятҡан тайыштабанды Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Ридан Хәкимов осратҡан. 

Айыуҙар уяна башланы
Айыуҙар уяна башланы

“Башҡортостан” милли паркында беренсе айыу уянған. Ағиҙел яры буйлап йөрөп ятҡан тайыштабанды Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылынан Ридан Хәкимов күргән.

Был хаҡтағы видеояҙма менән “Башҡортостан” милли паркы уртаҡлашты. Белгестәр фаразлауынса, хайуан өңөнә һыу төшөүгә бәйле килеп сыҡҡан.

Ҡышҡы йоҡонан һуң йыртҡыстар ас була, урман-ҡырға юлланғанда һаҡ булығыҙ!

Фото: видеонан скриншот.

Видео: “Башҡортостан” милли паркының төркөмөнән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: