Бөтә яңылыҡтар
Экология
5 Апрель , 20:50

Ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусылар тикшерелә

5 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы эшмәкәрлеге менән танышты.

Ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусылар тикшерелә
Ер аҫты байлыҡтарын намыҫһыҙ файҙаланыусылар тикшерелә

Идаралыҡ етәксеһе Роман Болотов республикала федераль күҙәтеү өлкәһендә тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһаусы бөтәһе 3516 объекттың булыуы тураһында һөйләне. Тәбиғәткә тәьҫир итеү дәрәжәһенә ҡарап, улар дүрт категорияға бүленә. 2024 йылдың аҙағына тиклем Рәсәй ҡануниәте талаптарына ярашлы, беренсе категориялы 100-ҙән ашыу предприятие һәм ойошма комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш.

2023 йылда төбәк бюджетына тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау өсөн 243 миллион һум аҡса килгән. Был, 2022 йыл менән сағыштырғанда, 26 процентҡа күберәк. Аҡса тәбиғәтте һаҡлау сараларын үткәреүгә йүнәлтелә.

2024 йылда Башҡортостан Башлығы Учалы районында үткәргән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы йомғаҡтары буйынса, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре туғыҙ күсмә тикшереү үткәргән. Һөҙөмтәлә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың береһенең лицензияһын ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр һәм тейешле материалдарҙы хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрәләр. Радий Хәбиров был йүнәлештә башҡа ведомстволар менән берлектә әүҙем эште дауам итеү, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлеген туҡтатыу кәрәклеген билдәләне.

 

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: