Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Апрель , 13:00

Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?

Балыҡты кешеләр тоҡлап, биҙрәләп йыя...

Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?

Быйылғы ташҡын күп кенә көтөләмәгән хәл-ваҡиғалар тыуҙырып тора. Улар тураһында социаль селтәрҙә ниндәй генә видеояҙмалар йөрөмәй.

Әле ташҡын һөҙөмтәһендә яланға һыу менән сыҡҡан балыҡты кешеләр тоҡлап, биҙрәләп йыйыуы тураһында видеояҙма киң таралыу алды.

Әлбиттә, был балыҡтар йәл - һыу ҡайтҡас, улар яланда тороп ҡалған, ҡотолорға тырышып, сәбәләнгән була. Араларында үлгәндәре лә бихисап. 

Бындай күренештәр яҙ һайын булып тора. Ташҡын һөҙөмтәһендә йылға үҙәненән ситкә сығып ҡамалып ҡалған балыҡ һыу ҡороғас һәләк була.

Ә инде видеояҙмаға килгәндә, берәүҙәр иһә Хәйбулла районының Быҙаулыҡ быуаһынан сыҡҡан һыу менән балыҡтар яланға сыҡҡан тип әйтә, икенселәр иһә Әбйәлил районында булған ваҡиға тиҙәр - Совхоздың Озерный менән Силәбе араһында. Шулай уҡ Ҡаҙағстанда булған тип әйтеүселәр ҙә бар. Ә һеҙ был видеояҙма ҡайҙа төшөрөлгән тип уйлайһығыҙ?

Фото: скриншот.

Видеояҙма ватсаптан алынды.  

Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Был тиклем балыҡ ҡайҙа икән?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: