Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Апрель , 23:40

Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте

Республикала экологик өмәләр башланды.

Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте

Тирә-яҡ мөхитебеҙҙе ҡыш йыйылған сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте. Апрелдә ҡарҙан әрселгән ерҙе сүп-сарҙан таҙартыу маҡсатында уҙғарылған өмәләр башлана.

– Өмә – төрлө быуын вәкилдәрен берләштергән изге йола. Баҡалы районы биләмәһендә экологик айлыҡ старт алды. Бөтә тораҡ пункттарҙа “таҙа кесаҙна” үткәрелде. Ҡар тиҙ ирей, сүп-сар күренә башланы, уны йыйып алырға кәрәк.

Бөтәбеҙ ҙә экологик акцияға ҡушылайыҡ. Әйҙәгеҙ бергәләп ауылдарыбыҙҙы күркәм, матур һәм иң мөһиме – таҙа итәйек. Предприятие, учреждение етәкселәрен, район халҡын төҙөкләндереү сараларына ҡушылырға, беркетелгән һәм эргә-тирәләге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырырға саҡырам. Һеҙ сүп-сарҙы йыйып, үҙ йорттарығыҙ эргәһендәге йәшеллекте генә түгел, ә йәмәғәт урындарын да таҙарта алаһығыҙ. Шулай уҡ эшҡыуарҙар ҙа сауҙа нөктәләре эргәһендәге биләмәләрҙә тәртип урынлаштырыр. Был акция бөтә быуын вәкилдәрен бер дөйөм эшкә берләштерер, тип ышанам. Беҙ барыбыҙ ҙа таҙа, төҙөкләндерелгән һәм йәшел ерҙа йәшәргә теләйбеҙ, шуға күрә яҙғы өмәләрҙә ҡатнашып, тыуған еребеҙгә һөйөүебеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ, – тип уртаҡлашты Олег Ефимов.

Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы? Тыуған төйәгегеҙҙе таҙартыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерҙегеҙме?

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/olegefimm

Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу ваҡыты етте
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: